Төрөктәр ҙә ялға килә20.02.2018
Төрөктәр ҙә ялға киләБөгөн Бөрйәндә туризм өлкәһендә 16 эшҡыуар шөғөлләнә. Былтыр был тармаҡтан район бюджетына биш миллион һум килем ингән. Урал Хәлиуллин – ошо өлкәлә эш алып барған иң уңышлы эшҡыуарҙарҙың береһе.

Урал Шәриф улы Кейекбай ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Бала саҡ­тан ҡыҙыҡһыныусан булып буй еткерә, яҡшы уҡый, спортта ла һынатмай. Бигерәк тә тәбиғәткә бәйле фәндәрҙе үҙ итә. Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлағас, күп уйлап тормай, Башҡорт дәүләт педагогия институтының тәбиғи география факультетына уҡырға инә.
1990 йылда юғары белемле белгес Бөрйән районына ҡайтып эш башлай. Уны шул уҡ йылда тыуған ауылына мәктәп директоры итеп ҡуялар, ә ике йыл тәжрибә туплағас, район үҙәгендәге һигеҙ йыллыҡ мәктәпте ышанып тапшыралар. Һуңынан хакимиәттең йәштәр бүлеге ҡарамағындағы үҫмерҙәр клубына директор итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ул туризм буйынса секция асып ебәрә. Бер нисә көнлөк походтарға барыу, тәбиғәт ҡосағында палаткаларҙа ҡуныу, усаҡ эргәһендә йырҙар йырлау, туристик слеттарҙа ҡатнашыу кемгә генә оҡшамаһын инде! Әллә күпме үҫмер­ҙең насар ғәҙәттәрҙән арынып, дөрөҫ юлға баҫыуында, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа өйрәнеү­ҙәрендә, йәш быуында тыуған яҡтың тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙә Урал Шәриф улының тырышлығы һанап бөткөһөҙ.
– Бер ваҡыт секцияға йөрөүселәр менән Ағиҙел буйлап резина кәмәләрҙә ағыуҙы планлаштырҙыҡ. Тәүге тәжрибә­беҙ балаларға ла, үҙемә лә бик оҡшаны. Икенсе йылына райондың башҡа мәк­тәп­тәренән дә ауыр холоҡло үҫмер­ҙәр­ҙәрҙе тәрбиәүи маҡсатта беҙгә беркетеп ҡуйҙылар. Яйлап, клубҡа аҙыраҡ аҡса булһын тип, түләүле турҙар ойоштора башланыҡ. Беренсе тәжрибәбеҙ уңыш­лы булды: Сибай гимназияһы балалары Ағиҙел буйлап сәйәхәттән ҙур тәьҫо­рат­тар алып ҡайтты, – тип хәтерләй ул.
Тап ошо ваҡытта туризм буйынса үҙ эшен асыу идеяһы килә лә инде башына. Әлбиттә, уҡытыусы кешегә өр-яңы даирәлә беренсе аҙымдар яһау еңелдән булмай, әммә бер урында тапаныуҙы үҙ итмәй, гел яңылыҡтарға ынтылған ир-уҙаман юғалып ҡалмай. Туғандары, тормош иптәше Нурзилә лә башланғыстарын хуплай, быға тиклем туризм секцияһында туплаған тәжрибәһе лә ярҙам итә уға.
2000 йылда үҙ эшен асып, Ағиҙел буйлап туристарҙы Шүлгәнташ мәмер­йәһенә тиклем йөҙҙөртә башлай Урал Хәлиуллин. “Капова-тур”ҙың даны районда ғына түгел, республикала ла киң тарала, Бөрйәнгә туристар ағымы арта. Әммә алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып йә­шәргә күнеккән йәш эшҡыуарҙы эштең йәй миҙгелендә генә йәнләнеп, ҡыш туҡ­тап ҡалыуы ҡәнәғәтләндермәй. 2010 йылда төбәктең иң гүзәл ауылдарының береһе, район үҙәгенән 10 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Мәндәғол эргәһенән ер алып, туристарҙы йыл дауамында хеҙмәтләндерерлек база төҙөтә.
– Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм комитетына, район хакимиәтенә ҙур рәхмәт. Улар ташламалы кредит юл­ларға ярҙам иттеләр, бөгөн дә иғти­барҙарынан өҙмәйҙәр, – ти Урал Хә­лиуллин.
Бөгөн турбазала файҙалы, күңелле, иң мөһиме – хәүефһеҙ ял итеү өсөн тейешле шарттар булдырылған. Туристар бөтә уңайлыҡтары булған биналарҙа ял итә, мунса ла бар. “Капова-тур”ҙы хәҙер республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә беләләр.
Өлгөлө ғаилә башлығы, өс бала ата­һы Урал Шәриф улы райондың йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, бағыу­сы­лыҡ ярҙамынан да баш тартмай. 2011 йылда ул республикала “Туризм буйынса йыл эшҡыуары” исеменә лайыҡ була.
Күптән түгел Урал Хәлиуллин фекер­ҙәштәре менән халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, тарихи үткәненә нигеҙ­лән­гән “Ысын Башҡортостан” тип аталған яңы тур ойошторған. Йыл дауамында өс-дүрт көнгә иҫәпләнгән турҙа туристар боронғо башҡорттарҙың көнкү­реше, шөғөлө, аҙыҡ-түлеге, йолалары менән яҡындан танышыу мөмкинлегенә эйә була ала.
– Килгән ҡунаҡтарҙы йола буйынса ҡаршы алып, шунда уҡ башҡорт милли кейемдәрен кейергә тәҡдим итәбеҙ. Ҡурай, ҡумыҙҙа уйнарға, башҡортса бе­йергә өйрәтеү маҡсатында оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ. Өҫтәлдәрҙә – буҙа, ҡаҙы, бишбармаҡ, сәксәк кеүек тик башҡорт аштары. Теләгәндәрҙе уларҙы нисек әҙерләү серҙәренә лә төшөндөрәбеҙ. Һыбай йөрөү, уҡ атыу, һөңгө ырғытыу кеүек саралар ҙа ҡарал­ған, ә кисен ҡунаҡтар төрлө хуш еҫле япраҡтарҙан әҙерләнгән миндек менән сабынып мунса инә. Әлбиттә, Шүлгән­таш мәмерйәһенә экскурсия ла ҡарал­ған, – тип һөйләй Урал Шәриф улы яңы башланғыстары тураһында.
“Этно-тур” хатта сит ил туристарын да ҡыҙыҡһындыра башлаған, күптән түгел Төркиәнән килеп ял иткәндәр. Заман технологиялары хәҙер сит тараф­тарҙа ла бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ үҙеңде танытыу мөмкинлеген бирә шул.
Эйе, Бөрйәндең иҫ киткес, матур әкиәттәй тәбиғәте үҙенә саҡырып тора. Ә Урал Хәлиуллин кеүек һәр ваҡыт яңы идеялар менән янған, замандан артта ҡалмай алға ынтылған эшлекле ул һәм ҡыҙҙары барҙа, Бөрйәндә туризм өлкәһенең йылдан-йыл үҫеренә шик юҡ.


Вернуться назад