9 – 11 февралдә Швецияның Мальме ҡалаһында паралимпия спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара фестиваль уҙҙы. 15 йүнәлештә 20 илдән ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты унда. Следж-хоккей ярыштарында илебеҙ данын Мәскәү өлкәһенән “Феникс” командаһы яҡланы.Хоккейсыларыбыҙ бөтә матчтарҙа ла еңеү яуланы. Финалда иһә словак спортсыларын 8:1 иҫәбенә ҡыйраттылар. Ватандаштарыбыҙ турнирҙа бөтәһе егерме һигеҙ шайба индерҙе, үҙ ҡапҡаларына иһә берәүҙе генә үткәртте.
Шуныһы ҡыуаныслы: финал уйынындағы һуңғы гол эйәһе – яҡташыбыҙ, Саҡмағош егете Рөстәм Нәбиев. Хәтерегеҙҙәлер, 2015 йылда Омск ҡалаһында десантниктар казармаһы емерелгәндә ул ауыр тән йәрәхәттәре алғайны. Әммә 16 операция, ике клиник үлем кисереп, аяҡтарынан яҙған сәмле егет һынып-бөгөлөп төшмәне – профессиональ хоккей менән шөғөлләнә, өйләнеп, София исемле ҡыҙ үҫтерә.