Шорт-трек... Был һүҙ беҙҙең тормошобоҙға егерме биш йыл элек килеп керҙе. 1992 йылда ошоғаса ят спорт төрө тәүге тапҡыр Ҡышҡы Олимпиада программаһына индерелде. Ә ун йыл әүәл Башҡортостан спортсылары ла уның буйынса беренсе еңеүҙәрен яулай башланы: Вячеслав Кургинян, Руслан Захаров, Семен Елистратов... Тап шул ваҡытта беҙҙең ғаилә лә шорт-трек менән ҡыҙыҡһынып китте. Өфөләге “Спартак” физкультура-спорт йәмғиәтенә футбол буйынса күнекмәгә барған улым шунда уҡ шөғөлләнгән шорт-трек командаһын тап итеп, секцияға яҙылып ҡайтҡайны. Хәҙер Өфө ҡалаһы кубогына уҙған ярышта яуланған бронза миҙал ул мәлдәрҙең матур иҫтәлеге булып өй түрендә эленеп тора...Шәмбе көндө бар эшебеҙҙе ташлап телевизорға текәлдек. Әле Көньяҡ Кореяла барған Олимпиаданың тәүге миҙалдары үҙ хужаларын табасаҡ бит. Етмәһә, шорт-тректа 1500 метр арауыҡҡа уҙышта. Ә был дистанция яҡташыбыҙ Семен Елистратовтың ошо ярыштарҙағы иң яратҡан төрө – 2015 йылда ул хатта донъя чемпионы булғайны.
Был старт шуныһы менән дә мөһим ине: допингка ҡаршы көрәш һылтауы менән Халыҡ-ара Олимпия комитеты Пхенчхандағы Уйындарға Рәсәй йыйылма командаһы ағзалары һанын мөмкин тиклем кәметте. 215 кеше урынына 169-ына ғына унда ҡатнашырға рөхсәт бирелде. Шорт-тректа ир-егеттәрҙән өс кенә спортсы бындай мөмкинлекте алды, шул иҫәптән яҡташыбыҙ Семен да. Виктор Ан менән Денис Айрапетянға иһә “ҡыҙыл ут” тоҡандырҙылар. Һөҙөмтәлә эстафетала Рәсәйҙән ирҙәр командаһы ҡатнашмай, сөнки ҡағиҙәләр буйынса унда дүрт кеше кәрәк. Ә бит беҙҙең эстафета командаһы – 2014 йылғы Олимпия чемпионы! Уның составында ике Өфө егете – Руслан Захаров менән Семен Елистратов та бар ине. Тимәк, хәҙер спортсыларыбыҙға шәхсән уҙыштарҙа ғына көс һалырға тура киләсәк. Бөтә ышаныс өс Рәсәй егете араһында иң тәжрибәлеһе һаналған Семен Елистратовта.
Һынатманы ул. Квалификация уҙыштарын уңышлы тамамлап, ярымфиналға сыҡты. Ә артабан инде иң яҡшы һөҙөмтә менән финалға үтте. Тик шуныһы: ғәҙәттәгесә, алты кеше урынына унда туғыҙ спортсы йыйылды! Алдағы ярыштарҙа дәғүәселәре арҡаһында зыян күргән өс кеше судьялар ҡарары менән төп стартҡа сыҡты. Һөҙөмтәлә финалда этеш-төртөш булыры асыҡ төҫмөрләнде. Ә шорт-тректа йығылып ҡалыусылар уҙыш һайын була. Семен ғына ҡоламаһа ярар ине...
Юҡ, бына ул боҙ өҫтөнән иң беренсе булып елә. Өй эсен яңғыратып: “Давай, яҡташ!” – тип ҡысҡырабыҙ. Әммә 1500 метр арауыҡ оҙон ғына, ул 13 ярым әйләнештән тора. Ваҡиғалар ҙа күҙ асып йомғансы алмашына. Финишҡа дүрт-биш әйләнеш ҡалғас, Семендың дәғүәселәре алға ынтылды. Өфө егете бишенсе урында инде... “Эй, Хоҙайым, миҙалһыҙ ҡалабыҙмы ни?” – тигән үкенесле уй мейене телеп үтә. “Юҡтыр, хәҙер берәй әмәлен табыр, донъя чемпионы бит әле ул!” – тигән икенсе уй тәүгеһенә ҡаршы төшә.
Ә ниңә уңыш беҙгә гел арты менән боролорға тейеш әле? Былай ҙа донъяның спорт чиновниктары аяҡ салып ҡына тора. Ҡасан да булһа беҙҙең урамға ла байрам килергә тейеш тәбаһа! Бына ул мөмкинлек: Семендың алдындағы корей һәм француз егете бер-береһенә эләгеп йығылып китте. Ҡалған ике әйләнештә яҡташыбыҙ килеп тыуған мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырманы – финиш һыҙығын өсөнсө булып үтте!
Беренсе урында – Көньяҡ Корея вәкиле, икенселә – Нидерланд спортсыһы. Улар ҡыуаныстан стадион буйлап елгәндә, Семен Елистратов боҙҙо кәртәләп алған йомшаҡ матрастарға ҡапланып һыҡтай ине. Беҙҙең дә күңел тулышты... Был күҙ йәштәренең хаҡын Рәсәй спортсылары ла, көйәрмәндәр ҙә бик яҡшы аңлай ине. Яҡташыбыҙҙың яулаған тәүге шәхси миҙалы – хаҡһыҙ ғәҙелһеҙлек кисерергә мәжбүр булған илебеҙ спортының ҙур ҡаҙанышы.
Ысынлап та, һуңынан Семен былай тип белдерҙе: “Бүләкләү тантанаһында күҙ йәшемде саҡ тыйып торҙом. Был миҙал иҫ киткес ауырлыҡтар аша яуланыуы менән ҡәҙерле. Мин шундай шат һәм ғорур. Наградамды бер ниндәй сәбәпһеҙ әшәке рәүештә ярыштарҙан ситләтелгән иптәштәремә арнайым. Миҙал – һеҙҙеке. Аҙаҡҡаса көрәшегеҙ!”
Шул уҡ шатлыҡлы көндә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов телефон аша Семен Елистратовты ошо Олимпиадала илебеҙ файҙаһына килтергән тәүге уңышы – бронза миҙалы менән ҡотлап, рәхмәт әйтте һәм артабан еңеүҙәр теләне.
Әммә ҡыуанырға ла, тынысланырға ла иртәрәк әле. Яҡташыбыҙҙың ярыштан һуң белдергән һүҙҙәре Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының асыуын ҡабартты. Улар тағы ла ҡатыраҡ санкциялар менән янаны ла инде. Имеш, Семендың фекере улар уҡ уйлап тапҡан ҡағиҙәләрҙе боҙорға мөмкин. Кешелекһеҙ, законһыҙ ҡағиҙәләрҙеме? Спортсыларҙың хоҡуғын, иркен сикләгән ҡанундарға һүҙ азатлығын быуғаны ла өҫтәләме?..
Ә беҙ бирешмәйбеҙ. Беҙ бергә. Алдағы көндәрҙәге уҙыштарҙа ла һинең еңеүеңде көтәбеҙ, Семен!