Олимп тауы үренә кем менер?09.02.2018
Олимп тауы үренә кем менер?Бөгөн Көньяҡ Кореяның Пхенчхан ҡалаһында XXIII Ҡышҡы Олимпия уйындары башлана. Ул 25 февралгәсә барасаҡ. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан да биш спортсы бар. Улар – Семен Елистратов (шорт-трек), Антон Бабиков (биатлон), Кристина Спиридонова (фристайл, акробатика), Эрнест Яхин (саңғы икеалышы), Ольга Сосина (хоккей).
Кемдәре еңеү яуларға мөмкин һуң? Мәҫәлән, Сочиҙағы Олимпиада чемпионы, 2015 йылғы донъя чемпионы Семен Елистратов. Яңыраҡ ғинуарҙа уҙған Европа беренселегендә өс көмөш, бер бронза миҙал алды ул. Йәки Кристина Спиридонова. Уның иҫәбендә Рәсәй чемпионы исеме генә булһа ла, һуңғы ваҡытта уңыштары ҙур: декабрҙә генә Донъя кубогы этабында пьедесталда өсөнсө урынға менһә, ғинуарҙа икенсе урынды яуланы. “Ағиҙел” клубының һөжүм итеүсеһе Ольга Сосина ла команда составында призлы урынға дәғүә итә ала.


Вернуться назад