Был Ҡышҡы Олимпиада ла Рәсәй спортсылары һәм көйәрмәндәре өсөн борсоулы башлана. Быға тиклем Халыҡ-ара олимпия комитеты, допингка ҡаршы көрәш һылтауы менән, илдең йыйылма командаһы составы һанын мөмкин тиклем кәметкәйне инде. Өҫтәүенә беҙҙекеләргә флаг, гимн һәм герб кеүек дәүләт атрибуттарын ҡулланыу тыйылды. Әммә 45 спортсыбыҙ һәм ике тренерыбыҙ Спорт арбитраж судына ярыштарҙан ситләтеүгә ялыу яҙылған ғариза тапшырҙы. Уларҙың кемеһенә Олимпиадала ҡатнашырға рөхсәт бирерҙәр, кемеһенең үтенесен кире ҡағырҙар – сараны асыу тантанаһына тиклем билдәле буласаҡ, тип вәғәҙә иттеләр.