Спорт һәм сәйәсәт06.02.2018
Спорт һәм сәйәсәтСеанс тамамланды... Халыҡ әкрен генә ҡуҙғалып, сығыу яғына ыңғайланы. Бөтәһенең дә йөҙө етди, фильм тәрән кисерештәргә һалғаны күренеп тора. Илағанымды күрмәһендәр тип, күҙҙе һөртөп, тулҡынланыуымды йәшерергә тырышҡан булам. Башҡаларҙың да күҙ ҡабағы шешмәкләнеп бөткәнен күргәс, ундай хәлдә бер мин генә булмауымды аңланым. Фильмдағы ваҡиғалар тетрәндергес ине... Һүҙем – Рәсәй прокатында киң танылыу алған “Движение вверх” фильмы тураһында.


Был кино былтыр декабрь аҙағында тамашасыға тәҡдим ителде. Прокатҡа сыҡҡандан һуң ун ете көн эсендә 1,678 миллиард һум аҡса йыйып, әле ул ил тарихында иң яҡшы табыш алған фильм булып танылды. Күрһәтелгән 122 меңдән ашыу сеанста 6,5 миллиондан ашыу тамашасы булған.
“Движение вверх”та һүрәтләнгән ва­ҡи­ғалар 1972 йылда Мюнхен Олим­пи­а­даһында баскетбол буйынса СССР йыйылма командаһының еңеүе тура­һын­да һөйләй. Бер яҡтан ҡараһаң, сюжет нигеҙендә фажиғәле ваҡиғалар ҙа ятмай, беҙҙең еңеүҙе һүрәтләгән әҫәрҙе халыҡ ҡыуанып ҡарарға тейеш кеүек. Әммә тамашасы йыйылма команданың һәм баскетболсыларҙың яҙмышын һү­рәт­ләгән фильмды тыныс ҡына ҡабул итә алмай. Үҙеңдең хис-тойғоңдо нисек кенә ҡулда тоторға, тышҡа сығармаҫҡа тырышһаң да, күҙ йәше һиңә буйһон­май.
Фильмдың уңышына киң йәйелде­рел­гән реклама акцияһының да йоғон­тоһо булғандыр, тигән кешеләр бар. Бә­хәс юҡ, әммә уға алданып ҡына кил­гән тамашасы ла, әгәр кино насар бул­һа, уға ҡарата кире фекерен белдерә­сәк. “Движение вверх” фильмын ҡара­ғандарҙың 19 меңдән ашыуы баһалау рейтингында ҡатнашып, 8,5-тән ашыу балл ҡуйыуы (иң юғары балл ун менән иҫәпләнә) уңыштың рекламала ғына булмауын күрһәтә. “Шул тиклем маҡтағастар, килгәйнем. Шәп фильм! Ниһайәт, беҙҙекеләр ҙә кино төшөрөргә өйрәнгән”, – тигән юғары баһа ошо хаҡ­та һөйләй.
Тамашасы хистәргә бирелеп фильм­ды ҡараған мәлдә, сәхнә артында тип әйтәйек, был картинаның режиссеры һәм продюсеры Никита Михалков­ҡа ҡаршы булғандар ҙа бар. Фильм ге­ройҙарының туғандары хатта судҡа ла биргән. Уларға, мәҫәлән, төп герой­ҙарҙың береһе Александр Беловтың Олимпиада ваҡытында үлемесле сир­ҙән интегеүе, илдең ҡатын-ҡыҙҙар баскетбол командаһы ағзаһы менән дуҫ­лашыу күренештәре оҡшамаған. Совет баскетболсыларының Америкала ыуылдырыҡ һатырға сығыуы, урамда баскетбол уйнағандарында еңелеүе, барҙа эсеп йөрөүе тураһындағы эпизодтар менән дә туғандары риза түгел. “Саша баскетбол даһийы булды, килә­сәге өмөтлө ине. Уның тураһында шундай матур кино төшөрөргә мөмкин! Ул былай ҙа әҙ йәшәне. Ә уны 1972 йылда уҡ үлемесле ауырый тип сағылды­ра­лар. Шәхси тормошон да күрһәттеләр, ә мин уның тураһындағы уйҙырмаларға ҡаршымын”, – тип белдерә Александра Овчинникова. Ирен тик яҡшы яҡтан ғына күрергә теләгән ҡатынды ла аңларға була. Башҡа геройҙарҙың да туғандары фильмдағы ялған хәбәрҙәргә риза түгел. Бары Мюнхендағы еңеү генә хаҡлыҡҡа тура килә. Әммә фильм­ды төшөрөүселәр картина герой­ҙарының туғандары индерергә теләгән үҙгәрештәргә: “Юҡ, юғиһә кино насар килеп сығасаҡ”, – тип ҡаршы төшә.
Миңә ҡалһа, ябай тамашасы күҙле­ге­нән сығып ҡарағанда, фильм уңышлы килеп сыҡҡан һәм маҡсатына ирешкән, сөнки унда халыҡтың күңелен тирбәл­тер төплө фекер бар, ул илдәге бөгөнгө спорттың хәлен, донъялағы сәйәсәтте сағылдыра. Нисә йылдар үтһә лә, Рәсәй спортсыһының яҙмышы үҙгәрмәй һәм ул әле лә сәйәсәт, идеология ҡорбаны­на әйләнә. Никита Михалков алдан күҙаллап, киноһын нәҡ Олимпиада алдынан ошондай уҡ буталсыҡ ваҡиға­лар булырын тойоп төшөргән.
Фильмда күтәрелгән мәсьәләләр бөгөн дә көнүҙәк. Шуға ла халыҡ картинаны яратып ҡабул итте. Күптәрҙе Беловтың һәм башҡа геройҙарҙың шәх­си тормошо әллә ни ҡыҙыҡһындыр­май­ҙыр ҙа, сөнки тамашасы спорт тип үҙен үҙе ҡорбан иткән шәхестәрҙең донъя кимәлендәге ярыштарҙа ҡат­нашҡанда ил сәйәсәте өсөн дә яуап­лылыҡ тойоуы, етмәһә, уның ҡорба­нына әйләнеүе өсөн һыҙ­лан­ды. Шуға ла спортсылар яҙмы­шын сағылдырған был фильмға халыҡ битараф түгел.


Вернуться назад