Башһырттағы ҡышҡы уйындар31.01.2018
Башһырттағы ҡышҡы уйындар Бөрйән районындағы Һарғая ауылында, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә ҡышҡы “Урал батыр” байрамы үтте.

Филология фәндәре докторы, танылған сәсәниә, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаһы Розалиә Солтангәрәева төҙөгән проектҡа ярашлы, бындай байрамдар үткәреү йолаһы 2013 йылда тергеҙелде. Шул осорҙан алып ошондай саралар Белорет, Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы, Дүртөйлө, Мәләүез, Асҡын һәм башҡа райондарҙа уҙғарылды. Өфөләге байрам иһә йыл һайын Бөтә донъя туған телдәр көнөнә тура килә һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтә. Байрам башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр”ҙы, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын танытыу, башҡорттарҙың традицион уйындарын һәм ярыштарын, этноспорт төрҙәрен тергеҙеү маҡсатында ойошторола.
Башһырттағы ҡышҡы уйындар Әлеге байрамда Бөрйән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ғәзиз Манапов, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы директоры Вәсилә Янбаева, “Мәргән уҡсы” клубы етәксеһе Юлай Ғәлиуллин, “Ылаҡ” клубы директоры Илшат Хәмитов, “Көрәш” клубы етәксеһе Сәғит Яҡупов, шулай уҡ “Сәсән мәктәбе”, Бөрйән районының “Ағинәй” йәмғиәте ағзалары ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Сараны Розалиә Солтангәрәева асты. Уның әйтеүенсә, “Урал батыр” фольклор байрамының бер нисә төп йүнәлеше бар: эпосты яттан һөйләү, халыҡ көйҙәрен, йырҙарын башҡарыу, ярыштар, уйындар, ҡарҙа көрәш. Быйыл Һарғая ауылында уҙғарылған байрам спорт ярыштарына, халыҡ уйындарына айырыуса бай булды. Ат сабышы, “Ылаҡ” күрһәтмә сығышы, арҡан тартыу, боҙ һындарҙы суҡмар менән ватыу, таш ташлау, көрәш, мәргән уҡсылар ярышы – был уйындарҙың барыһы ла халыҡтың күңеленә хуш килде. Көндөң һалҡын булыуы ла байрамға ҡамасаулай алманы. Башһырт тауында яғылған ҙур усаҡ янында донъяға, илебеҙгә, еребеҙгә, бөтә халыҡтарға бергәләп теләк әйттеләр.
Башһырттағы ҡышҡы уйындар – Башҡорттар әүәл-әүәлдән ҡышын йола байрамдары ойошторған, ярыштар үткәргән, батырҙарын данлаған, йырҙар йырлаған, ҡобайыр әйткән. Яҙға аяҡ баҫыр алдынан ошо рәүешле атай-олатайҙарыбыҙ яңы йәшәү көсөн алған, рухи үҫеш кисергән, – тине Розалиә Солтангәрәева.


Вернуться назад