Бынан өс йыл элек Ҡазан ҡалаһынан килгән турист ҡатындың ике балаһы менән Ирәмәлгә сығыуы һәм унда 14 йәшлек ҡыҙҙың туңып үлеүен, улының төрлө ауыр йәрәхәттәр алыуын әле лә күптәр онотмағандыр. Быйыл да Ирәмәл тауына артылғандар араһында ошондай уҡ күңелһеҙ хәлгә тарығандар булды.Аңлашыла, һәр кем ялын файҙалы һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырыша һәм бының өсөн хәҙерге ваҡытта кешенең техникаһы ла, матди мөмкинлектәре лә бар. Кемдер сит илгә юллана, кемдер үҙебеҙҙең ял йорттарын һайлай, кемдер тәбиғәт ҡосағына ынтыла, ҡайһы берәүҙәр сәйәхәткә юллана. Әлбиттә, донъя гиҙеү бик файҙалы шөғөл, тик ҡайһы саҡта сама тигән нәмәне лә онота күптәр. Был аңһыҙлыҡмы, яуапһыҙлыҡмы, әллә мәғәнәһеҙлекме? Башта мең дә бер һорау тыуа, әммә яуаптарын табыуы ғына ауыр, сөнки уларҙың башҡа һыймаҫлыҡ аҙымдарын ниндәй күҙлектән сығып баһаларға ла белеп булмай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай башҡа һыймаҫлыҡ ғәмәлдәр ҡылып, үҙҙәренең һәм яҡындарының ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғандар арабыҙҙа етәрлек. Бер-ике көнлөк, ҡайһы саҡта хатта бер минутлыҡ ләззәт, кинәнес алыу өсөн уйланмаған аҙымдарға барғандарҙы еңел холоҡло тип әйтергә лә була.
Һуңғы осорҙа ғына ла “Ирәмәл” тәбиғәт паркына һәм “Тағанай” милли паркына 2,5 меңдән ашыу турист килгән. Силәбе өлкәһенең ҡотҡарыу хеҙмәттәре белдереүенсә, ошо ваҡыт эсендә 12 кеше күңелһеҙ хәлгә тарыған. Улар араһында яҡлап та, аҡлап та булмаған осраҡтар бар. Мәҫәлән, ғинуарҙа әсә ике йәшлек балаһы менән Ирәмәлгә юллана. Улар бәләгә тарый, һәм ҡотҡарыусылар ярҙамға килә. Һөҙөмтәлә бала ныҡ өшөй: табиптар уның артыҡ һыуыныуы һәм аяҡтарының беренсе дәрәжәлә өшөүе тураһында диагноз ҡуя. Физик яҡтан нығынмаған һәм һәр аҙымы ярҙамға мохтаж сабый менән ҡыш урманға сығыуҙың баш-баштаҡлыҡҡа тиң икәнлеге мәктәп уҡыусыһына ла аңлашылалыр.
Ҡотҡарыусылар икенсе көндә лә эшһеҙ ҡалмай – Өфөнән килгән турисҡа ярҙамға юллана. Был осраҡта иһә ир ҡаргиҙәрҙә йөрөргә сыҡҡан һәм уның бензины бөткән. Ярҙам килгәнсе уның менән бергә булған туғыҙ йәшлек бала өшөп, бер-ике дәрәжәгә тиң йәрәхәт ала.
Шундай уҡ ярҙам ҡатынға һәм уның туғыҙ, алты йәшлек ейәндәренә лә талап ителә. Улар урманға хатта кеҫә телефонын да алмай сыҡҡан. Бәхеттәренә күрә, башҡа туристар осрап, ярҙам саҡырта.
Ирәмәлме, башҡа тау-урман булһынмы – һәр береһе еңеп-елпелекте ғәфү итмәй. Шуны һәр кем аңлаһын ине.