Беҙҙе беләләр, килеп күрәләр...24.01.2018
Беҙҙе беләләр, килеп күрәләр...Валлаһи, тыуған еребеҙҙең ни тиклем бәрәкәтле төбәк икәнлеген аңлап та, белеп тә бөтмәйбеҙ, ҡайһы саҡта хатта ҡәҙерен белмәйбеҙ. Йәл, әммә көтөп алған байрам көндәрендә лә, Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте ҡосағында рәхәтләнеп ял итеүҙән бигерәк, бөтмәҫ мәшәҡәттәргә, донъяуи ығы-зығыға күберәк әһәмиәт бирәбеҙ... Күптән күрмәгән танышымды осратып, бер аҙ гәпләшеп торғандан һуң, ошо фекерем тағы ла нығынды.


– Яңы йыл байрамдарын ифрат ҡыҙыҡлы үткәрҙек! Учалыла “Өргөн” турбазаһында ял иттек, конькиҙа шыуҙыҡ...Ундағы күлдең, ылыҫлы урмандың хозурлығын күрһәң! Ә Өфөгә ҡайтышлай Абҙаҡҡа, тау саңғыһы трассаһына инеп сыҡтыҡ. Тик унда кеше бигерәк күп ине. Туристар Силәбенән, Магнитогорскиҙан, Екатеринбургтан килеп тулған...
– Бәй, мин үҙем Өргөндән бит! Беҙҙең күл-урмандарҙы маҡтап тораһы юҡ, туристар өсөн шәп урындар, – тип килешәм.
– Һин бәхетле! Ҡала кешеләре ише турбаза юллайһы түгел улайһа. Тыуған яғыңа ҡайтып килеү ҙә етә...
Бына шулай. Беҙ тыуған еребеҙҙең матурлығын, ҡәҙимге, күнегелгән тө­шөнсәләр булараҡ, бик ҡәҙерләп бөтөрмәһәк тә, туризм менән мауыҡ­ҡан, тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратҡан кешеләр Башҡортостандың иң күркәм, иң ҡыҙыҡлы урындарын яҡшы белә, ял итергә ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәй. Был хаҡта рәсми факттар ҙа һөйләй. Мәҫәлән, Турстат Яңы йыл байрамдарын үткә­реүгә бәйле туризм күрһәткестәрен барлаған. Уға ярашлы, туристар ағымы буйынса Башҡортостан тәүге унлыҡҡа ингән, атап әйткәндә, туғы­ҙынсы урынды яулаған (был былтырғы күрһәткестәрҙән күпкә юғарыраҡ). Беренсе урында – Мәскәү, икенселә – Мәскәү эргәһендәге билә­мәләр, өсөнсөлә – Краснодар крайы.
Шулай итеп, 30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем республиканың Яңы йыл байрамы билдәләнгән урындарында 148 мең кеше булған. Бигерәк тә кешеләр “Яңы йылдағы Башҡорт­остан – хайран ҡалдырырлыҡ 2018” проектына ҡараған Ҡыш бабай тирмәләрен үҙ иткән. Милли зауыҡ менән биҙәлгән Өфөләге Үҙәк ҡунаҡ тирмәһендә, шулай уҡ Бөрө, Стәрле­тамаҡ, Белорет (Абҙаҡ), Туймазы (Ҡандракүл) райондарында урынлаш­ҡандарында ла республикала йәшәү­селәр генә түгел, башҡа төбәктәрҙән килгән кешеләр ҙә булып киткән. Унда Ҡыш бабай менән аралашыуҙан тыш (бигерәк тә балалар өсөн ҡыҙыҡ), төрлө уйындар, күңел асыу саралары ойошторолған. Ял көндәрендә баш ҡалала махсус экскурсия автобустары йөрөүе, уларҙың халыҡты бушлай хеҙмәтләндереүе лә туристарҙы ылыҡтырған ыңғай күренеш булды.
Тау саңғыһында шыуыусыларға – айырым иғтибар. Был йәһәттән Башҡортостандың ошо төр хеҙмәтләндереү күрһәткән, махсус трассалары булған ял базалары, шифаханалары, курорттары шығырым тулы булғанлығы, ҡайһы саҡта әүҙем ял көҫәп килеүселәрҙе хатта һыйҙырып та бөтмәгәнлеге мәғлүм. Туристарҙың әүҙемләшеүенә тағы бер сәбәп бар: күптән түгел Өфө – Белорет маршруты буйынса “Урал легендаһы” юғары тиҙлекле поезы йөрөй башланы һәм, билдәле булыуынса, һәр яҡтан уңайлы транспортҡа ихтыяж ҙур.
Әйткәндәй, тотороҡло үҫешкән баш ҡалабыҙ Өфөнөң дә мөмкинлектәре һәр яҡлап киңәйә бара. R&C Фәнни-тикшеренеү күргәҙмә үҙәге тәҡдим иткән рейтинг – быға дәлил. Улар Рәсәй ҡалаларының ваҡиғалар потенциалын баһалаған. Ошоға ярашлы, былтыр Өфө рейтинг баҫҡысында һигеҙенсе урынға күтәрелгән (2016 йылда 11-се урында булған). Быны билдәләү өсөн ҡалала ойошторолған конгресс, күргәҙмә, форум һәм башҡа сараларҙың әһәмиәте һәм ойоштороу, үткәреү, анализлау йәһәтенән кимәле, халыҡ-ара проекттарҙы ылыҡтырыу мөмкинлектәре баһалана.


Вернуться назад