Ҡыйынлыҡтарҙы үҙебеҙ тыуҙырабыҙ21.04.2012
Әле, бөтә спорт йәмәғәтселегенең иғтибары Гагарин кубогы өсөн көрәштең һуңғы стадияһына йүнәлтелгән осорҙа, “Салауат Юлаев”тың көйәрмәндәре: “Хоккей тормошондағы ошо байрамда яратҡан командабыҙ ҙа ҡатнаша алыр ине”, — тип ауыр һулап ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙекеләр түгел, ә Мәскәүҙең “Динамо”һы менән Омскиҙың “Авангард”ы көс һынаша. Башҡортостандың төп командаһы ниңә финалға инә алманы һуң? Тик “йондоҙ”ҙарҙан ғына торған клубтың тәүге этапта уҡ төшөп ҡалыуына нимә сәбәпсе?
Минеңсә, улар бер нисә. Тәүгеһе — үҙ көсөңә артыҡ ныҡ ышаныу, йәғни чемпион синдромы. Башҡаса булыу ҙа мөмкин түгел — улар бит еңеүсе! Яңы башланған чемпионатта көсһөҙ команданан да еңелгәс, шул саҡтағы баш тренер Сергей Михалевтың тәнҡит һүҙҙәренә улар: “Хәүеф юҡ, кәрәк саҡта көстө туплап, еңеү яулаясаҡбыҙ”, — тип яуапланы. Әммә ышаныс әкренләп мин-минлеккә күсте. Был йәйге йыйындарҙа ла сағылыш тапмай ҡалманы.
Чемпионаттағы сығыштарҙан һуң ай ярым ваҡыт үткәс, “Салауат Юлаев”тың төп уйынсыларын һәм баш тренер Сергей Михалевты республика Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенә саҡырып алды. Спортсылар ҙа, уларҙың остазы ла, осрашыуҙа ҡатнашҡан белгестәр ҙә хәлдең сәбәптәрен аңлатты. Команданың яҙмышы өсөн борсолған кешеләрҙең иҫкәрмәләре байтаҡ булды. Клуб идараһына ингән бер етәксенең әйткән һүҙҙәре хәтеремдә ҡалған. Ул ҡапҡасы Эрик Эрсбергтың һүлпән уйнауын еңелеү сәбәптәренең береһе тип атаны.
Ысынлап та, шведтың ҡайһы бер хаталары арҡаһында бер нисә тапҡыр еңелеүгә дусар булдыҡ. Команда әүҙем уйнай, еңеүгә ынтыла, ә голкиперҙың сираттағы иғтибарһыҙлығы коллективтың бар тырышлығын юҡҡа сығара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Эрсберг плей-офҡа ла көсөн туплай алманы. Һөҙөмтәлә Ҡазан командаһы беҙҙең клубты еңде. Эрсберг эргәһендә “Аҡ барыҫ”тың ҡапҡасыһы П. Веханен үҙен ысын профессионал итеп күрһәтте.
Еңелеүҙең икенсе сәбәбе лә ошоға бәйле. Юлаевсыларҙың яңы баш тренеры Венер Сафин һәм генераль менеджер Олег Гросс швед легионерына артыҡ ныҡ ышанды. Эрсберг менән Колесник уйнай алмай икән, икенсе кешене саҡыр йәки үҙебеҙҙең Никита Давыдовҡа мөмкинлек бир.
Әйткәндәй, ҡапҡасылар әҙерләү йәһәтенән ҡайһы бер эксперттар беҙҙең клубҡа тәнҡит һүҙҙәрен яуҙыра. Башҡа командаларҙа ҡапҡасыларҙы тәжрибәле ветерандар тәрбиәләй, ә “Салауат Юлаев”та был эш өсөн элекке уйынсы Илари Някель яуап бирә. Ҡапҡасы һөнәренең нескәлектәрен белмәгән кешене голкиперҙар әҙерләүгә ниңә саҡырырға?
Оборона уйынсылары ла еңелеүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Виталий Прошкин, Якуб Накладал, Виталий Атюшев яҡшы уйнай, әммә башҡаларҙы маҡтап булмай. Индерелгән шайбалар ҙа ошо хаҡта һөйләй. Койстинен менән Штегликты командаға саҡырыуҙың кәрәге булдымы икән? 37 йәшлек М. Сушинский ҙа үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә алманы. Һөҙөмтәлә чемпионаттың ҡыҙыу мәлендә уның менән килешеүҙе өҙҙөләр. Омск “Авангард”ының төп составында нығына алмаған Д. Платоновтың, шулай уҡ И. Радуловтың килеүе нимә бирҙе?
Был миҙгелдә О. Сапрыкин, И. Григоренко, А. Пильстрем, И. Миронов яҡшы уйнаны. Команда капитаны Виктор Козлов уҙған йыл менән сағыштырғанда һүлпәнерәк булды. К. Кольцов быйыл ни бары бер генә шайба индерҙе.
Континенталь хоккей лигаһының һәм юлаевсыларҙың йондоҙо — Александр Радулов майҙанда ла, унан ситтә лә үҙен һауалы тотто: күнекмәләр осоронда рөхсәтһеҙ Мәскәүгә китһенме, баш тренер Сергей Михалев менән бәхәскә инһенме.
Артабан нимә эшләргә һуң? Йәштәргә ҙурыраҡ ышаныс күрһәтеп, яңы команда төҙөргәме? “Торос” менән “Толпар”ҙағы уйынсыларыбыҙға үҫеш өсөн ниңә мөмкинлек бирелмәй? Улар илдең йыйылма командаһы кимәленә етергә, һәләттәрен асырға тейеш бит. Давыдов, Панков, Емелин, Иҫәнғолов төп составта боҙға сығып, КХЛ-дағы сығыштары менән өлгөрөп етеүен иҫбатланы. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та клуб етәкселеген үҙебеҙҙә тәрбиәләнгән йәштәргә ышаныс күрһәтергә саҡырҙы.
Бөгөн команда ҙур ҡеүәткә эйә тип әйтергә мөмкин. Киләһе миҙгелгә ул яңы уйынсылар менән тулыланып, көс йыйырға тейеш.
Илдар ӘХМӘҘИЕВ.


Вернуться назад