Шәп бүләк — Мәскәүгә сәйәхәт!23.01.2018
Шәп бүләк — Мәскәүгә сәйәхәт!Бер мәл хәләл ефетем: “Илебеҙҙең берәй ҡалаһына барырға тәҡдим итһәләр, ҡайһыһын һайлар инең?” — тип ҡуйҙы. Белә ул Мәскәү тип һаташҡанымды, тиккә һорамайҙыр. Ысынлап та, бер нисә көндән юлға әҙерләнергә ҡушты. Декрет ялында ултырыуыма дүрт йыл булып килә, тамам мүкләнеп бөткәнмен, тормошома яңы һулыш кәрәк! Күңелем ҡанатланып китте. Балаларҙы ышаныслы ҡулға – өләсәһе менән ҡартатаһы ҡарамағына тапшырып, мажаралар артынан мауыҡтырғыс сәйәхәткә юлландыҡ.


Ҡыҙыл майҙан –
илебеҙ йөрәге


Иртәнге сәғәт 8-ҙә Рәсәйҙең баш ҡала­һындағы “Внуково” аэропортына килеп төштөк. Өфө беҙҙе һыуығы менән оҙатып ҡалғайны, ә ап-аҡ томанға сорналған Мәс­кәүҙә көн йылы, минус биш градус са­ма­һы. Мәскәү тиһәң, иң алда күҙ алдына Кремль килеп баҫа. Шуға ла тәүҙә баш ҡалабыҙҙың йөрәгенә – Ҡыҙыл майҙанға юлландыҡ. Бар ерҙә Яңы йыл һулышы һиҙелә: матур шыршыҡайҙар биҙәлгән, уйынсыҡтар-тәтәйҙәр ялтырай, уттар йымылдай. Тик ҡар юҡ, йәм-йәшел үлән ята. Майҙанда яңғыраған классик йырҙар кәйефте бермә-бер арттырҙы.
Шәп бүләк — Мәскәүгә сәйәхәт!Ҡыҙыл майҙанда халыҡтың күплеге таң ҡалдырҙы. Ниндәй генә милләт вә­килдәре юҡ бында?! Япон ҡыҙҙары фотоға төшә, французса һөйләшкән йәштәр кү­ренә, микрофон тотоп камера алдында ниҙер һөйләгән инглиздәр тора, ҡара тән­леләр, Урта Азия халҡы күп. Ә иң йыш осрағаны – ҡытайҙар. Улар бер-береһенә шул хәтлем оҡшаған, кейемдәре лә бер иш кеүек. Ҡайҙа ла шул бер үк төркөм арттан эйәреп йөрөгәндәй тойола башланы хатта. Сылбыр кеүек һуҙылған оҙон сиратҡа юлыҡтыҡ. Был ни ғәләмәт, тип аптырап торһаҡ, халыҡ Ленин мавзолейына инергә йыйылған. Дүшәмбе һәм йоманан тыш, ул көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан төшкө сәғәт 1-гә тиклем эшләй икән. Кремль стенаһы буйында Сталиндың ҡәбере урынлашҡан.
Был тирә иҫтәлекле урындарға бай. Ошонда ғына Сенат һәм Спасск башняларын, Ҡаҙан сиркәүен, Василий Блаженный соборын күрергә мөмкин. Александр баҡсаһындағы Билдәһеҙ һалдат хөрмәтенә тоҡандырылған Мәңгелек ут һағышлан­дырҙы.
Европала иң бейек һаналған Мәскәү мәсетенә аяҡтар үҙенән-үҙе юлланды. Ул Мәскәүҙә иң ҙуры. Мөһабәт бинаға үтеү ме­нән күңелде һиллек һәм рәхәтлек билә­не. Ығы-зығылы ҡала уртаһында урынлаш­ҡан Алла йорто тыныслыҡ утрауындай тойолдо. Һәр яҡтан уйланылып төҙөлгән, бик зауыҡлы, матур. Уның өсөнсө ҡатында бай музей урынлашҡан. Унда, оҙайлы реконструкциянан һуң мәсеттең ҡайтанан асылыу хөрмәтенә, Чечня Башлығы Рамзан Ҡадиров бүләк иткән Мөхәмәт (с.ғ.с.) пәйғәмбәрҙең сәс бөртөгө һаҡлана. Ул мосолман донъяһының бөйөк ҡомартҡы­ларының береһе һанала. Музейҙа үҙенсә­лекле изге яҙмалар менән дә танышырға мөмкин.

Башҡортостан йәштәре бирешмәй

Был ҡала үҙенең уҡыу йорттары менән дан тота. Башҡортостандан иһә өс мең ярымдан ашыу студент белем ала. Яҡташ­тарыбыҙ ни хәлдә икән? Сит яҡта республика йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйҙәр­ме? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетында белем алған Нәркәс Йәнтү­рина һәм Әнүәр Бикмәтов менән осраш­тыҡ, улар үҙҙәренең тормошо хаҡында һөйләне.
Башҡорт йәштәрен “Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары төбәк-ара ассоциацияһы” ойошмаһы (етәксеһе Азат Баҙранов) берләштерә. Унда тыуған йорттарына һирәк ҡайтҡан ҡыҙҙар һәм егет­тәргә төрлө кимәлдәге ярҙам күрһәте­лә, фәһемле саралар ойошторола. Уҡыу­ҙары һүлпән барғандар менән һөйләшеү­ҙәр ҙә алып барыла. Бигерәк тә беренсе курс студенттарына күп иғтибар бүләләр. Уларға хатта ҡаланы өйрәтеү маҡсатында мауыҡтырғыс квест үткәрәләр. “Илһам” студияһы һәләттәрҙе асырға ярҙам итә, “Алтын ай” бейеү түңәрәге, “Аҡ тирмә” баш­ҡорт милли мәҙәни клубы, “Заман” этно-проекты эшләй. Яҡташ студенттары­быҙҙың үҙ-ара саф башҡортса һөйләшеүе, татыу һәм берҙәм булыуы һөйөндөрҙө. Ҡыҫҡаһы, балаларын Мәскәүгә уҡырға ебәргән ата-әсәләрҙең күңеле тыныс булһын.

Бөйөк ил рухын тойҙоҡ

Икенсе көндә Халыҡ хужалығы ҡаҙа­ныштары күргәҙмәһе (ВДНХ) майҙанына барҙыҡ. Совет заманының идеалы һәм символы һаналған “Эшсе һәм Колхозсы” монументаль һәйкәле алыҫтан уҡ күҙгә ташланды. Ураҡ тотҡан колхозсы менән сүкешле эшсе һынына тәрән мәғәнә һалынған. Уның бейеклеге, постаменты менән бергә, 35 метр самаһы тәшкил итә, ауырлығы – 185 тонна.
Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһен Совет власының егерме йыллыҡ юбилейына арнап асыу ниәтләнә. Шунан СССР-ҙың иң яҡшы архитекторҙары эшкә керешә. Ил составындағы республикалар үҙ-ара сәмле ярышып, ошо ерҙә биналар ҡалҡыт­ҡан. Хатта ҡайһы берҙәре үтә лә тырышып ташлаған, бының өсөн тәнҡит утына эләк­кәндәр. Архитектура ҡоролмалары һәр социалистик республиканың йолаһын, йәшәйешен сағылдырған. Йылдар дауамында күргәҙмә тағы ла нығыраҡ байытыл­ған. Бигерәк тә “Американы ҡыуып етәйек һәм уҙып китәйек” лозунгыһы аҫтында йәшәгәндә, бында күп төҙөлөштәр бара. Совет донъяһының өҫтөнлөктәрен мөмкин тиклем сағыуыраҡ күрһәтергә тырышалар. Күргәҙмәнең исеме төрлөсә үҙгәртелгән, әммә маҡсаты бер көйө ҡалған. Билдәле булыуынса, хеҙмәт алдынғыларына ошонда эләгеү бәхете тәтегән. Төпкөл башҡорт ауылдарында тир түккән һауынсы, игенсе һәм башҡа намыҫлы хеҙмәтсәндәрҙең дә бында тәбрикләнеүен яҡшы беләбеҙ. Бөгөн үҙенсәлекле архитектура комплексы күптәрҙең яратҡан урынына әүерелгән. Әле лә Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан, Украина, Ҡаҙағстан, Беларусь, Абхазия, Азербайжан һәм башҡа дәүләттәрҙең павильондары эшләй, унда халыҡтарҙың көнкүреше менән танышырға, сувенирҙар алырға мөмкин.
Был майҙанда үткәндәр еле асыҡ тойомланды. Хеҙмәт һөйөүсәнлек, эшсе һө­нәр­ҙәренә ҙур ихтирам, берҙәмлек, нин­дәй­ҙер күңел көрлөгө, сәмле ярыш рухы һи­ҙелде. Ошо ерҙе иңләгәндә оло быуын­дың уҙған эпоханы ни өсөн һағыныуын бик яҡшы төшөндөм. Хәҙерге заманда ниндәй тойғоларға ҡытлыҡ кисергәнебеҙҙе лә белдем. Нәҡ ошонда илебеҙҙең бөйөк­лөгө асыҡ тойола, ни өсөн аҫтыртын ғына теш ҡайраусыларҙың беҙҙән шөрләүен, ә икенселәрҙең беҙгә һыйыныуын нығыраҡ аңлайһың. Бында уҡ ойошторолған Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә арналған күргәҙмә ошо фекеремде тағы ла нығыраҡ дәлилләне.
ВДНХ биләмәһендә океанография һәм диңгеҙ биологияһы өлгөләре – “Москвариум” урын­лаш­ҡан. Унда ун ике меңгә яҡын диңгеҙ хайуаны (шул иҫәптән, кит, дельфин, акула, морж һ.б.) менән яҡындан танышырға мөмкин.
Совет халҡының юғары ҡаҙанышы иҫтәлегенә ҡоролған “Йыһанды яулаусы­ларға” монументы ла сикһеҙ ғорурлыҡ хисе уятты. 250 тонналыҡ ҡорос конструкция 1964 йылда урынлаштырылған. Шулай уҡ унда легендар космонавтар, ошо өлкәлә эшләгән ғалимдар һәм конструкторҙар һынландырылған, ә төп урында космонав­тиканың “атаһы” Константин Циолковский һәйкәле тора. Шул тирәлә генә тематик мемориаль музей ҙа бар.
Артабан минең өсөн хөрмәтле шәхес, СССР-ҙың халыҡ артисы Юрий Никулин эҙҙәрен юллап, “Цветной бульвар”ға атла­ныҡ. Бында ул оҙайлы йылдар эшлә­гән Никулин исемендәге Мәскәү циркы бар. Бина алдында артистың һәйкәле урын алған. Бөгөн был цирк менән уның улы етәк­селек итә. Юрий Никулин күптәргә бары шаталаҡ клоун һәм комик актер булараҡ таныштыр. Автобиографияһын уҡып сыҡҡандан һуң, ул миңә бөтөнләй икенсе яғы менән асылды. Фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарын үткән мәшһүр артист үҙенең, шулай уҡ яҙмыш юлында осраған кешеләрҙең тормошо хаҡында тыйнаҡ ҡына бәйән итә. Яҙмаларында Совет гражданының ғәҙәти көнитмеше, ауырлыҡ­тары һәм ябай ҡыуаныстары сағыла.
Ошо көндә егермегә яҡын саҡрымды тә­пәйләгәнбеҙ. Тик тамсы ла арытманы, күңел көр, кәйеф шәп. Мәскәүҙә аҙым һайын тиерлек махсус ойошторолған экскурсия туры тәҡдим итәләр. Тик уның ме­нән файҙаланманыҡ, беҙгә ҡаланы үҙе­беҙсә асыу күпкә ҡыҙыҡ ине.

Сәйәсәт донъяһын да күрҙек

Мәскәүҙәге өсөнсө көн дә иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды. Иртәнсәктән яҡташыбыҙ, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров менән осрашырға ниәтләгәйнек. Тәүҙә уның ярҙам­сыһы Вячеслав Дәүләт Думаһы бинаһы буйлап экскурсия ойошторҙо. Ул 2014 йылдан алып ошонда эшләй, де­путат­тарҙы яҡындан белеп бөткән. Алсаҡ һәм ябай егет бер генә һорауыбыҙҙы ла яуапһыҙ ҡалдырманы. Киң мәғлүмәт саралары аша ғына белгән сәйәсмәндәрҙе икенсе яҡтан асып һалды.
Шәп бүләк — Мәскәүгә сәйәхәт!Дәүләт Думаһында ла Яңы йыл кәйефе һиҙелә. Байрам символдары, ҡупшы шыршылар бындағы етди мөхиткә йәм бирә. Коридорҙа билдәле сәйәсмәндәр менән йөҙгә-йөҙ осрашыу тулҡынландырғыс булды. “Берҙәм Рәсәй” партияһы биләгән ҡат­тарҙа рәсмилек, эшлеклелек хөкөм итә. “Ғәҙел Рәсәй” партияһы кабинеттары ла әллә ни айырылманы. Ә бына үҙенең ҡыҙыу сығыштары менән дан тотҡан, әсе һүҙле Владимир Жириновский етәкләгән “ЛДПР”-ҙар ултырған ҡат ҡырҡа башҡа сүрәттә. Ултырыштар залы биҙәлеше йәш­тәр­сәрәк, иркенерәк стилдә башҡарылған. В. Жириновскийҙың кабинеты ишегендә көлдөргөс яҙыуҙар күренде. “Ә ул тормош­та ла шундай кешеме?” тигән һорауға, гидыбыҙ: “Юҡ, телевидениела ғына ул шу­лай, ә ысынында иһә тыныс һәм тота­наҡ­лы”, – тине. Владимир Вольфовичтың улы Игорь Лебедев та бында эшләй (фа­милияһы – әсәһенеке. Ниңә улай, тигән һорауға Вячеслав “иғтибар йәлеп итмәһен өсөндөр” тип кенә әйтте).
“КПРФ” партияһының эш кабинеттарында ниндәй төҫ һәм рух хакимлыҡ иткәнен үҙегеҙ ҙә аңлап тораһығыҙҙыр. Унда хатта ҡыҙыл пианино ҡуйылған, Ленин портреты, СССР символикаһы һәм плакаттары урын алған. “Элек был партия ағзалары күп ине, хәҙер сафтары һирәгә­йә”, – тип билдәләне Вячеслав.
“Эшең бик ҡыҙыҡлы, сәйәси тормошто яҡындан күреп-белеп йөрөйһөң, депутат ярҙамсыһы булыу, әлбиттә, мәртәбәле, тик бик ауырҙыр?” тигәнгә ул: “Беләһеңме, депутаттың ниндәй кеше булыуына ҡарап, – тип йылмайҙы. – Ҡайһылары әллә ни әүҙем түгел, тимәк, ярҙамсыға ҙур бурыс йөкмәтелмәй. Ә бына Зариф Закир улы эште ҡуша-а-а. Ул — тынғыһыҙ, талапсан һәм эшһөйәр кеше. Мәҫәлән, ҡайһы бер депутаттар биш йыл эсендә бик һирәк сығыш яһай. Ә Зариф Байғусҡаров йылдан ашыу хеҙмәт дәүерендә ҡырҡҡа яҡын сы­ғыш яһап өлгөрҙө, күп тәҡдимдәр әҙерлә­не. Бер көнөн, хатта сәғә­тен юҡҡа уҙғармай, бик күп мәсьәлә­ләрҙе хәл итә. Етәксем шулай булғас, миңә ҡул ҡаушырырға тура килмәй”.
Вячеслав Дәүләт Думаһындағы журналистар бүлмәһен күрһәтте, улар хаҡын­да мәрәкә һөйләп, көлдөрөп тә алды. Көн­дәрен тик рәсми хәбәрҙәр яҙып уҙғарған хеҙмәттәштәремде йәлләп ҡуйҙым. “Ә бында касса, ошонан депутатҡа илебеҙҙең теләгән еренә билет алырға була. Әйткән­дәй, уларҙың юл сығымын дәүләт ҡаплай. Миңә берҙе Байғусҡаровтан шелтә эләкте, – тине ул. – Ул үҙенә Өфөгә тиклем само­летҡа билет алыуымды һораны. Мин ни, ғәҙәттәгесә, депутаттарға тейешле бизнес-класҡа алдым. Эйе, ул ҡыйбатыраҡҡа төшә... Зариф Закир улы был хаҡта белеп ҡалғас, дәүләт аҡсаһын әрәм-шәрәм итә­һең, тип шелтә сәпәне. Ул эконом-класс менән ҡуллана, халыҡ араһында йөрөй. “Мәскәү — Өфө” рейсы менән йыш файҙа­ланғас, авиакомпанияның махсус ташла­маһын ала. Ғөмүмән, етәксем һаҡсыл һәм ябай. Депутаттарға тәғәйен өҫтөнлөктәр­ҙән, артыҡ сығымдарҙан баш тарта”.
Экскурсиябыҙ тамамланғас, Зариф Закир улының кабинетына барҙыҡ. Ул баш­көллө эшкә сумған, телефондан һөйләшә ине. Беҙгә ултырырға ымланы. Әңгәмәһен тамамлағас, хәлдәребеҙҙе, ҡала тураһын­да тәьҫораттарыбыҙҙы һорашты. Шунан үҙенең яңылыҡтары менән уртаҡлашты.
— Әле генә Күгәрсен районының Мораҡ ауылында тулыһынса йыһазландырылған 3D кинотеатры булдырыу хаҡында һөй­ләш­тем. Халыҡҡа оҡшар, тип уйлайым. Күп­тән түгел ошо райондың Ҡалдар мәк­тәбенә егерме биш урынлыҡ мәктәп автобусы бирелде. Беләһегеҙме, ул тулы приводлы, тимәк, ҡар-буранда батып ултырмаясаҡ. Уның иҙәненә балалар тайып ҡоламаһын өсөн махсус ҡапланма һалынған, портфелдәрҙе ҡуйырға кәштәләре бар хатта, уҡыусылар йонсоп йөрөмәҫ инде, – тине ул, ҡыуанып.
– Ә һеҙгә ярҙам һорап йыш мөрәжәғәт итәләрме? — тинем.
– Эйе, бик күп мөрәжәғәт ҡабул итәм. Мө­һимдәрен мөмкин тиклем тиҙерәк хәл итергә тырышабыҙ. Бына Бөрйән райо­нында ете йыл самаһы суд-медицина экспертизаһы хеҙмәте юҡ икән. Халыҡ иһә вафат булған яҡын кешеһен үҙ көсө, аҡсаһы менән 135 саҡрым алыҫлыҡтағы Белорет ҡалаһына алып барырға мәжбүр. Етмәһә, ҡайһы саҡта унда ҡабул итмәгән­дәр, ҡайғы кисергән кешеләр өҫтәмә ҡыйынлыҡтар менән осрашҡан. Әле был проблема хәл ителеү өҫтөндә.
Баймаҡ районының Темәс ауылы халҡы яндарында ғына таш сығарыуға, урман ҡырҡыуға, унда эшләүселәрҙең баш-баштаҡлығына зарланғайны. Хәлде шәхси контролгә алды, бер нисә дәүләт инстанцияһы менән берлектә тикшереүҙәр уҙғарылды. Һөҙөмтәлә шул асыҡлан­ды: егер­меләгән ойошма һәм эшҡыуар шундай законһыҙ эш менән асыҡтан-асыҡ шөғөлләнгән. Улар сығарылған таш күлә­мен йәшергән, тыйылған урында ағас ҡырҡ­ҡан, файҙаланылған ергә рекультивация үткәрмәгән, һалым түләмәгән. Урындағы халыҡҡа ауырға тура килгән, таш сығарған йөк машиналары юлдарҙы йырғыслаған, мал-тыуар соҡорға төшөп ҡазаланған, бесәнлектәр юҡҡа сығарылған. Бөгөн законды һанламаусыларға ҡарата административ һәм енәйәт эштәре ҡуҙғатылды. Ошондай уҡ проблема Учалы, Әбйәлил һәм Белорет райондарында бар, тейешле саралар күреләсәк.
Сибай филармонияһы еңел булмаған осор кисерә. Бина янғын арҡаһында зыян күргәйне, һаман да тергеҙелмәй, артис­тар­ға шарттар юҡ. Киләһе йыл филармо­нияға яңы һулыш индерелер, тигән ышаныстамын. Әйткәндәй, яңыраҡ ҡаланың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы вәкилдәре килеп китте. Сәй табыны янында матур итеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Эй дәртле лә инде апай-инәйҙәребеҙ! Йәштәрҙе тәрбиәләүгә, халыҡ ижадын үҫтереүгә ҙур көс һалыу­ҙары өсөн уларға рәхмәт.
“Депутат, ярҙам ит, тип маҙаһыҙлаусы­лар ҙа етерлектер?” тип һорауыма Зариф Закир улы:
– Ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам, шулай ҙа бар һорауҙарға ла иғтибарым­ды йүнәлтеп өлгөрә алмайым. “Теге ваҡыт ярҙам иткәйнең, тағы ла булышлыҡ кәрәк”, – тип ваҡ-төйәк менән әрһеҙләнеп йөрө­гәндәр ҙә осрай, – тип яуапланы.
Әңгәмәсебеҙҙең йәнә телефоны шылтыраны. Ил кимәлендәге депутаттың мә­шәҡәте күп, ә беҙ маҙаһыҙлайбыҙ уны, йөрө инде ҡыҙыҡһыныусан күңелеңдең ҡоло булып, тип үҙемде эстән битәрләйем. Шул арала Зариф Закир улының иғтибары тағы беҙҙә. “Ә ниңә бында ултырабыҙ? Әйҙә әле, буфетҡа төшәйек”, – тип беҙҙе сәй эсергә әйҙүкләне. Юл ыңғайында Липецк өлкәһенең ауыл хужалығына арнал­ған күргәҙмә менән таныштыҡ. “Киләсәктә ошонда Башҡортостан туризмын сағыл­дырған күргәҙмә ойошторорға ниәтләйбеҙ”, – тигән уйы менән уртаҡлашты яҡташы­быҙ. Ысынлап та, шәп булыр ине. Респуб­ликабыҙ үҙенең иҫ киткес тәбиғәте, шифахана-ял йорттары менән дан тота. Бар илгә күрһәтерлек хозурлыҡтарыбыҙ етерлек. Был сара эске туризмды үҫтереүгә этәргес көс бирер ине.
Тәмлекәстәр менән сәй эсә-эсә әңгәмә­беҙҙе дауам итәбеҙ. Телемде ҡысыттырған һорауҙы биреүҙән тыйыла алманым:
– Зариф Закир улы, һеҙ йә Мәскәүҙә, йә эш сәфәре менән Башҡортостан райондарында йөрөйһөгөҙ. Ә ғаиләгеҙ? Бик һағынып бөтәләрҙер үҙегеҙҙе.
– Шулай шул. Өс сәғәткә күрешһәк тә, яҡшы әле. Ғаиләмде Мәскәүгә күсерергә уйлап ҡуйғайным, тик уларҙы башҡорт мө­хи­тенән айырғы килмәй. Мәскәү — матур һәм уңайлы ҡала, ул кешегә киң офоҡ­тар, ҙур бейеклектәр аса. Ғаиләм шуға күнегеп, республикаға кире ҡайтмаҫ, тип хафаланам. Уларҙың Башҡортостанда йәшәүен теләйем. Тағы ла тормош иптәшемә (Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина. – авт.) “Тамыр”ҙан китергә тура килһә, балалар телеканалының киләсәге борсой, — тине ул. — Шул мөхиттә үҫкән ҡыҙым Гәлсәр сәнғәт юлынан барырға хыяллана. Ул бүлмәһенә бикләнеп ала ла йырлай, фортепианола уйнай, ғөмүмән, музыка менән күп шөғөлләнә. Улым Урал ҡу­райҙа уйнай. Күптән түгел “Атай, хәрби кеше булайым микән, әллә архитектормы?” тигән һорау бирҙе. Архитектор­лыҡ­ҡа һәләте барҙыр, тип уйлайым, “Лего”нан бик ҡатмарлы ҡоролмалар төҙөп ҡуя.
Теманан бер аҙ ситкә китеп, “Ә һеҙ башҡорт матбуғатын уҡыйһығыҙмы?” — тип һорап ҡуйҙым.
– Әлбиттә! Оло кинәнес менән республика баҫмаларын уҡып барам. Тик бөгөнгө хәлдәре, тираждары кәмеүе күңелде ҡыра. Был хаҡта Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы етәкселеге менән һөйләшеп алғайныҡ, сара күрергә кәрәк. (Зариф Закир улы, һеҙҙең ниндәй шәхси саралар күргәнегеҙҙе беләбеҙ. Депутаттың Өфөләге ярҙамсыһы Регина ҡолағыбыҙға төшөрҙө инде – әңгәмәсебеҙ үҙ аҡсаһына халыҡҡа “Йәшлек”, “Башҡорт­остан”, “Киске Өфө”, “Аҡбуҙат” баҫмаларын күпләп яҙҙырған. Бәлки, башҡа етәкселә­ребеҙ ҙә унан өлгө алыр? – авт.)
Һүҙ артынан һүҙ сығып, байтаҡ ваҡыт үтеп тә киткән. Тыуған иле, республикаһы өсөн янып-көйгән шәхескә ҡарата ихтирамым бермә-бер артты. Зариф Байғус­ҡаров кеүек ир-уҙамандар барҙа киләсә­гебеҙ өмөтлө. Осрашыуҙан күңелдә йылы тойғолар ҡалды.

Хрусталев менән Ургант Баймаҡҡа килерме?

Шәп бүләк — Мәскәүгә сәйәхәт!Иван Ургант тигән шәхесте беләһегеҙ­ме? Ул – актер, йырсы, шоумен, “Беренсе” телеканалда “Киске Ургант”, “Смак” тапшырыуҙарын алып бара. Йоҡомдан яҙҙырған кеше ул (фәстерәм бер аҙ, шулай ҙа дөрөҫлөк бар – яратҡан тапшырыуым төндә эфирға сыға). Иван Андреевич етди темаларҙы оҫта һөйләп, йылмайта ала, төртмә телле, юмор тойғоһо бар, ә буй-һыны! Иҫең китер... (Ҡыҙҙар, ул өйләнгән!)
“Киске Ургант” тапшырыуына Рәсәй һәм сит илдең кино, спорт, шоу-бизнес “йондоҙ­ҙары”, хатта сәйәсмәндәр саҡыры­ла, төрлө музыкаль төркөмдәр сығыш яһай. Иван Ургант улар менән йәнле әңгә­мә алып бара. Теләгән кеше был тапшы­рыуҙа тамашасы сифатында бушлай ҡатнаша ала. Бары бер аҙна алдан заявка ебәрергә кәрәк. Саҡырыу ҡулда, беҙ ҙә Ургантҡа ҡунаҡҡа юлландыҡ.
540 метр оҙонлоғондағы “Останкино” телебашняһын ориентир итеп килдек. Ул бейеклеге буйынса донъяла унынсы урында тора икән. Эргәлә генә “Союзмультфильм” бинаһы күренде.
“Останкино” фойеһында беҙҙең кеүек үк тамашасылар байтаҡ йыйылған. Доку­менттарыбыҙҙы тикшергәс, “Киске Ургант” тапшырыуы төшөрөлгән студияға инеп ултырҙыҡ. Билдәле актер, алып барыусы Дмитрий Хрусталев һәр беребеҙҙе шат йылмайып ҡаршыланы (күптәрегеҙгә “ТНТ” телеканалы аша таныштыр). Камера һәм башҡа ҡорамалдар әҙерләнгәнсе, ул тамашасылар менән һөйләште.
– Мин күп ерҙәрҙә булғаным бар. Кем ҡайҙан килде, аяғым баҫмаған ҡала ҡалғанмы икән? – тине ул.
Әйҙә, бер мә­рәкә булһын тип, “Баймаҡ!” тинем. Ишетте Дмитрий Хрусталев, ҡашын төйөп:
– Баймак?! Нет, я там не был. А где это?
– В Башкортостане.
– Вот в Уфе был, а в Баймаке нет.
– Приезжайте в гости с Ургантом, вам понравится!
Ул яуап итеп йылмайып ебәрҙе, халыҡ ҡул сабырға кереште. Килһәләр, күрһәтер инек уларға беҙҙең яҡтағы ҡунаҡсыл­лыҡты, Мәскәүгә ҡайтҡылары ла килмәҫ ине.
Был көндә ике тапшырыу эфирға әҙерләнде. Үҙеңде студияла түгел, ә концертта ултырғандай хис итәһең. Барыһы ла бер дублдә төшөрөлә. Уйын-көлкө гөрләп тора. Камера туҡтап торған арала тапшырыуҙың дәртле командаһы һәм “Фрукты” төркөмө күңелебеҙҙе аса. Иван Ургант экрандағы кеүек үк йылмаяҡ, тамашасылар менән ихлас һөйләшә, көл­дөрә.
Тапшырыуҙа ҡунаҡта Рәсәйҙең халыҡ артисы, йырсы Валерия менән уның ире Иосиф Пригожин, шулай уҡ фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй чемпионы Татьяна Навка, легендар йырсы Виктор Цойҙың улы Александр Цой һәм “T-Fest” төркөмө булды.
Был саранан иҫ киткес ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо алдыҡ, бер юлы күп билдәле шәхестәрҙе яҡындан күреүебеҙгә, улар менән аралаша алыуыбыҙға шатландыҡ. Шулай уҡ үҙеңде илдең төп телеканалы аша ҡарау мәртәбәле булды.
Ургант менән хушлашҡас, Мәскәүҙә “текә” һәм модалы һаналған урынға барҙыҡ. Популяр йырсы Тимати (ысын исеме Тимур Илдар улы Юнысов) асҡан “Black Star Burger” рестораны йәштәр араһында киң билдәле. Ресторан тип аталһа ла, ул ғәҙәти тәғәмхананан әллә ни айырылмай. Халыҡ бынан өҙөлмәй, мосолман ҡыҙҙары һәм егеттәре лә күренә. Баҡтиһәң, бында хәләл ризыҡ та бар икән. Хаҡтар үтә “тешләшмәй”, шулай уҡ йырсының автографы менән футболкалар ҙа һатыла.
Мәскәүҙәге өсөнсө көн дә бер тында үтте. Ниәттәребеҙ тормошҡа ашты, ҡай­тыр­ға ваҡыт тип, “Шереметьево” аэропортына юл тоттоҡ. Метро, автобус һәм самолет. Бер сәғәт тә ҡырҡ минуттан гүзәл Өфөбөҙгә килеп тә төштөк. Ул меңәр­ләгән уттары менән балҡып ҡаршыланы, әйтерһең дә, һине йәнә күреүгә шат ине. Уның һалҡыны өшөтмәне, киреһенсә, күңелгә рәхәтлек бирҙе. Мәскәү ни тиклем мауыҡтырғыс булмаһын, үҙебеҙҙең баш ҡалабыҙ күпкә яҡын һәм ҡәҙерле.

Мәскәү әйҙәһен юлдарға

Әгәр ҙә мөмкинлек тыуһа, мотлаҡ Мәскәүҙе күрергә кәңәш итер инем. Бындай сәйәхәт йөрәккә дәрт-дарман өҫтәй, бөйөк Рәсәй өсөн ғорурлыҡ хисен уята. Шуны билдәләргә кәрәк: унда барып-ҡайтыу кеҫәгә ныҡ һуҡманы. Самолет менән йөрөү күпкә отошло, беренсенән, ваҡыт экономиялана, икенсенән, осһоҙо­раҡҡа тура килә. Авиакомпания сайты аша 1450 һумлыҡ билет алырға мөмкин (тик әйбереңдең ауырлығы биш килограмдан артмауы шарт). Сағыштырыу өсөн: поездың плацкарт вагонына хаҡ кәмендә өс мең ярым һум, етмәһә, ике тәүлеккә яҡын барырға кәрәк.
Йәшәү мәсьәләһенә килгәндә, ҡунаҡха­нала бер төн уҙғарыу уртаса биш-алты мең һумға төшә. Ә ятаҡ бүлмәһен хәтер­ләткән хостелда бер тәүлек йәшәү 600 һумға бәйәләнә. Әгәр ҙә Мәскәүҙә таныш студенттарығыҙ булһа, тағы ла анһатыраҡ. Ғәҙәттә, университеттың үҙенең ҡунаҡ йорто була, унда хаҡтар күпкә түбән, шарт­тар ҙа яҡшы.
Ҡала буйлап метрола йөрөү отошло. Был транспорт етеҙ генә теләгән урыныңа еткерә. “Тройка” картаһын алһаң, юл хаҡы 35 һум була, ә унһыҙ – 55 һум. Мәскәүҙә аҙашыу мөмкин түгел, һәр ерҙә күрһәт­кестәр бар. Итәғәтле генә ярҙам һораһаң, берәү ҙә баш тартмаҫ.
Тамаҡ ялғауға килгәндә, ышаныслы урындарҙа ашау хәйерле. Ниндәйҙер лавка-киосктан алынған ризыҡ һаулыҡ өсөн хәүефле булыуы ихтимал. “Пятерочка”, “Магнит” кеүек магазиндарҙағы хаҡтар беҙ­ҙәге кеүек, тик һөт ризыҡтары һәм икмәк күпкә ҡыйбат.
Мәскәүҙә күҙгә ныҡ ташланғаны – ҡайҙа ғына барһаң да, һиңә нимәлер һатырға тырышалар, ниндәйҙер хеҙмәт тәҡдим итәләр. Бигерәк тә электричкала ундай кешеләр күп бәйләнә. Хәйерселәр, еңел аҡса артынан ҡыуыусылар күп осраны. Артыҡ һүҙ ҡуйыртмай, ҡәтғи генә “юҡ” тиһәң, берәү ҙә һине бимазаламаҫ. Транспортта кеҫә ҡараҡтары ла йөрөй. Ал­дың­ды-артыңды ҡарап, һәр аҙымыңды алдан уйлаған осраҡта, был ҡала онотолмаҫлыҡ матур хәтирәләр бүләк итер.



Вернуться назад