Мәскәүҙә Милли Олимпия комитеттары ассоциацияһының Генераль ассамблеяһы үҙенең эшен тамамланы. Донъяның 200 иленән милли Олимпия комитеттары етәкселәре, төрлө илдәрҙең спорт министрҙары, халыҡ-ара спорт федерациялары президенттары һәм вәкилдәре йыйылғайны.
Башҡортостан форумда 2013 йылда Өфөлә үтәсәк VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары стендын тәҡдим итте. Республикабыҙҙың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта билдәләүенсә, Милли Олимпия комитеттары ассоциацияһының Генераль ассамблеяһында ҡатнашыусыларҙың күпселеге Башҡортостандың экспозицияһына ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Улар араһында Рәсәйҙең спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко, “Сочи-2014” олимпиадаһының ойоштороу комитеты президенты Дмитрий Чернышенко, Рәсәйҙең Олимпия комитеты президенты Александр Жуков та бар ине.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары Өфөлә 2013 йылдың 26 февраленән 3 мартына тиклем уҙғарыласаҡ. Тотош донъянан 13–15 йәшлек меңгә яҡын йәш спортсы шайбалы хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, сноуборд, тау саңғыһы һәм башҡа ярыштарҙа көс һынашасаҡ. Континенталь уйындар Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың башланғысы буйынса Халыҡ-ара Олимпия комитеты ярҙамы менән үткәрелә.
Л. ФӘРИТОВА.