Ышан үҙеңә!05.01.2018
Ышан үҙеңә!Көнсығыш – үтә нәзәкәтле эш... Хоккейҙа плей-офҡа тиклем ун ғына уйын ҡалһа ла, Көнсығыш конференцияла кемдең кем икәнен әйтеүе ауыр. Йә бер клуб алға сыға, йә икенсеһе.

Бына “Салауат Юлаев” та, әлегә 6-сы урында килеүенә ҡарамаҫтан, алға табан бер-ике уңышлы аҙым яһаһа, дивизион лидерына әйләнә ала. Ә был дәрәжә үҙе үк команданы конференцияла 2-се урынға сығара.
Шуныһы һөйөнөслө: ниһайәт, өфөләр уйынын яйға һалды. Йыл аҙағында рәттән дүрт тапҡыр еңеүгә өлгәштеләр. Хәҙер ошо байрам көндәрендә дүрт осрашыуҙы ситтә уҙғарһалар, һуңғы алты матчта үҙ боҙонда уйнаясаҡтар.
Һөжүм итеүсебеҙ Антон Бурдасов мәргәнлеген күрһәтә башланы, ҡапҡасы Андрей Кареев та үҙенең оҫталығы менән иптәше Бен Скривенсты төп составтан ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Ә бит миҙгел башында Андрейҙың хәле үтә мөшкөл ине. Тимәк, булдыра ала егет!



Вернуться назад