Ирәмәлде яулайбыҙ26.12.2017
Ирәмәлде яулайбыҙ– Алло! Һин ҡайҙа?
– Ирәмәл башында!
Күптән түгел “Ирәмәл” тәбиғәт паркында кәрәҙле бәйләнеш антеннаһы урынлаштырҙылар. Антеннаны “МТС” менән “Мегафон” операторҙары ҡуртымға алды, башняға “Урал батыр” исеме бирелде.



Шулай итеп, хәҙер Ирәмәл тауында ла телефон бәйләнеше бар. Бәйләнеш таралған диаметр – 30 километр. Тағы ла бер мөһим фактты телгә алырға кәрәк: Николаевка, Мәхмүт, Черный Ключ ауылдары халҡы ла кәрәҙле телефондан файҙалана ала. Быға тиклем улар бары тик стационар телефон аша аралашҡан.
– Был ауылдарҙа 400-ҙән ашыу кеше йәшәй. Бәйләнеш булыуы тәү сиратта улар өсөн әһәмиәтле. Артабан районға турис­тарҙы йәлеп итер өсөн тағы бер артылышты үттек. Хәҙер Ирәмәлдең башында тороп фотолар менән уртаҡлашырға була, – ти Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов.
– Ирәмәл борондан башҡорттар өсөн изге тау һаналған. Уны артылыу ауыр, әммә ғүмергә хәтерҙә ҡалырлыҡ сәйәхәт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға тиклем тауҙа бәхетһеҙ осраҡтар ҙа булды. Ҡара урманда бәйләнеш булдырыу ауыр, шулай ҙа быйыл был эште атҡарып ҡуйҙыҡ. Белорет районы – туристар өсөн ылыҡтырғыс төбәк. Шуға ла уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тәүшарт булып тора. Бынан ары тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәргә тиҙ арала барып етә аласаҡ.
Николаевка ауыл советы хакимиәте башлығы Нәдир Нәбиуллин һөйләүенсә, үҙҙәренең биләмәһендәге биш ауылда меңдән ашыу кеше йәшәй. Тәү сиратта халыҡ күпләп мал үрсетеү менән шөғөлләнә.
– Крәҫтиән (фермер) хужалығы асҡан өс эшҡыуарыбыҙ бар. Биш ауылға һигеҙ магазин эшләй. Мәҫәлән, Гөлсөм менән Айрат Яруллиндар 50 баш мал аҫрай: 30 һыйыр, 20 ат, бынан тыш 50 баштан ашыу һарыҡтары бар. Тағы ла бер уңған ғаиләне телгә алғы килә – Наилә менән Айҙар Аҫылбаевтар ете бала тәрбиәләй. Уларҙы аяҡҡа баҫтырыр өсөн уңған ата-әсә күп итеп мал тота, – тип ауыл халҡының йәшәйеше тураһында һөйләй Нәдир Ҡәйүм улы.
“Ирәмәл” тәбиғәт паркы Николаевка ауылынан 20 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Юл шәптән булмаһа ла, үтерлек. Бында беҙҙе директорҙың тәбиғәт паркы буйынса урынбаҫары Николай Максимов ҡаршы алды. Ул ҡунаҡтарға тәбиғәт паркының эше тураһында һөйләне. Быйыл ғына тауға 22 мең кеше күтәрелгән. Яңы йыл байрамдары мәлендә тағы ла ике мең тирәһе турист килеүен көтәләр. Ғөмүмән, тауҙан кеше өҙөлгәне юҡ икән.
– Әлбиттә, туристарҙың күпселек өлөшө Төлөк яғынан йөрөй. Ул яҡтан тауға менергә ете километр ҡала, ә Николаевка яғынан 20 километр самаһы. Физик яҡтан әҙер булмаған туристар өсөн был ауыр маршрут. Шуға ҡунаҡтарҙы йәлеп итеү өсөн төрлө юлдар уйлап табабыҙ.
Әле тау итәгендә шәхси эшҡыуар ике ҡунаҡ өйө, мунса төҙөгән. Яҙҙан башлап Ирәмәлгә һыбай күтәрелер өсөн аттар үрсетә башлағандар, велосипедтар әҙерләгәндәр.
“Ирәмәл” тәбиғәт паркы 2012 йылда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов­тың тәҡдиме менән төҙөлгәйне. Ул ваҡытта Силәбе өлкәһендә йәшәгән бер нисә кеше тауға квадроциклдарҙа күтәрелеп, халыҡ ҙур ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Хәҙер бындай хаяһыҙлыҡҡа бара алмайҙар, сөнки тәбиғәт паркын инспекторҙар күҙәтә. Улар араһында иң тәжрибәлеһе – Радик Риф улы Сә­фиуллин. Ул бында беренсе көндән эшләй.
– Ирәмәл биләмәһен һәйбәт беләм. Бында мине аҙаштырып булмай. Көн һайын 50 километр самаһы ара үтәм. Машина йә башҡа техника менән ҡара урман араһында йөрөрлөк түгел. Был урындың үҙенә күрә бер сихри көсөн инҡар итеп булмай. Аҙашҡан кешеләрҙе ниңәлер һаҙлыҡ яғына тарта. Ирәмәлдә йылына өс-дүрт кеше аҙаша. Йәйгеһен бәләгә тарыһаң, ҡурҡыныс түгел. Төндө асыҡ һауала ла үткәреп була, ә бына ҡыш — хәүефле. Ҡазандан килгән әсәй һәм уның балалары тураһындағы фажиғәне барыһы ла ишетте. Бик аяныслы хәл булды ул. Физик көсөңә ышанмаһаң, Ирәмәлде яуларға түгел.
Тауҙа бәйләнеш булыуы беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Хәҙер туристың ҡайһы тирәлә аҙашҡанын белеп буласаҡ, тимәк, ярҙам тиҙерәк килеп етәсәк.


Вернуться назад