Туризмға ҡеүәт өҫтәп20.12.2017
Туризмға ҡеүәт өҫтәпТөбәктә шифахана-курорт дауалауын һәр кем алырлыҡ итеү, комплекстарҙы яңыртыу һәм үҫтереү буйынса программаны ғәмәлгә ашырыу йүнәлешендә эш йылдам бара. Яңыраҡ “Яҡтыкүл” шифаханаһы” дәүләт унитар предприятиеһының Магнитогорск металлургия комбинатынан “Березки” ял йортон һатып алыуы тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылыуы ошо программаның мөһим этабы булды.


Ял йортон һатып алыу маҡсатында республика бюджетынан 130 миллион һум аҡса бүленгән. Комбинат иһә был аҡсаны “Абҙаҡ” һәм “Банное” тау саңғыһы курорттарының инженер инфра­структураһын яҡшыртыу һәм үҫтереү маҡсатында тотонорға йыйына.
– Министрлыҡ әлеге ваҡытта “Яҡтыкүл” базаһында шифахана-курорт баҙары хеҙмәт­ләндереүендәге тигеҙлекте һаҡлау һәм көнәркәшлеккә һәләтле предприятие булдырыу маҡсатын күҙ уңында тота, – тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев.
“Березка” ял йортон һатып алыу “Яҡтыкүл”дең мөмкинлектәрен күпкә арттыра, сөнки хәҙер ул ҙурлығы буйынса ошо төбәктә икенсе урынға сыҡты. Шифахананың инфраструктураһын үҫтереү республика бюджетына һалым керемен арттырасаҡ, яңы эш урындары асыуға булышлыҡ итәсәк. Етәкселәр социаль йүнәлештәге инвестицияның киләсәктә үҙен аҡлаясағын белдерҙе. Әйткәндәй, ял йортоноң матди базаһы тотороҡло, халыҡты ҡабул итергә әҙер.
– Ял итеү урындарын арттырыу, дауалау корпустарының тәьмин ителешен көсәйтеү һәм клиенттарҙы йәлеп итеү иҫәбенә ике предприятие сығанаҡтарын әүҙем ойоштороу уларҙың икеһенең дә күрһәткестәрен үҫтерәсәк, – ти “Яҡтыкүл” шифаханаһы директоры Илдар Нафиҡов.
Әлбиттә, проект Урал аръяғында туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, аҙ килемлеләр өсөн дауаланыу мөмкинлеген дә тыуҙырасаҡ.


Вернуться назад