Һөнәре буйынса башҡа өлкәне һайлаһа ла, спортҡа һөйөүе көслө булып сыға Олокүл егете Илнур Бикташевтың. Шуға ла 1-се курстан алып спорт менән шөғөлләнә. Ул эколог дипломы алғас, тәүҙә Өфөлә химия заводында эшләй, һуңынан районға ҡайта. Олокүл мәҙәниәт йортонда мәҙәни ойоштороусы булып эшләй башлағас, бында спорт залы, тренажер бүлмәһе астырыуға ҙур көс һала. Артабан спорт һөйөүселәрҙе Илнур Ҡасим улы пауэрлифтинг һәм армспорт төрҙәренә өйрәтә башлай.
– Башҡортостан – алдынғы спортсылар йәшәгән төбәктәрҙең береһе. Районыбыҙҙа ла спортсылар күп. Олокүлдә иһә төрлө йәштәгеләр ихлас шөғөлләнә – балалар ғына түгел, ололар ҙа, ирҙәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа. Беҙҙең тәрбиәләнеүселәр Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә уҙғарылған ярыштарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулап шатландыра. Улар араһында физик мөмкинлектәре сикләнгән – терәк-хәрәкәт ағзалары зарарланған спортсылар араһында пауэрлифтинг буйынса Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы Марат Хәсәнов, призерҙар Лиана Фәйзуллина һәм Тимур Талиповтарҙың булыуы – беҙҙең өсөн ғорурлыҡ, – тине ул.
Һәр яҡлап әүҙем Илнур Бикташев спортты ғына түгел, музыканы ла бик ярата. Мәҙәниәт йортонда вокал-инструменталь ансамбль дә ойоштора. Уҡыусыларҙы гитара, бас-гитара һәм барабан серҙәренә төшөндөрә егет. Йәмәғәтселек тормошонда ла ҡайнап йәшәй ул. 2009 – 2012 йылда райондағы “Йәш гвардия” бүлексәһенә, 2013 йылда “Виктория” сәләмәтләндереү лагерына етәкселек итергә лә өлгөрә тырыш егет.
Физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү маҡсаттарҙы атҡарып сығыуға көс бирә, яҡшы кәйефкә нигеҙ булып тора. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа нәҡ спорт һөйөүсе егеттең өлөшө ҙур.
Ҡырмыҫҡалы районы.