Тауҙар кешене һынай08.12.2017
Тауҙар кешене һынай– Һеҙ Белорет районының Мәхмүт ауылынанмы?
– Эйе, шунда тыуғанмын.
– Фамилияғыҙ Асҡаровмы? Мәктәп директоры Сәлим Асҡаровҡа шул тиклем оҡшағанһығыҙ, әллә уның туғанымы?
– Эйе, бер туған ҡустым ул.


Бына шулай танышып киттем яҡташым Самат Нурмөхәмәт улы менән. “Саманан тыш ҡыйыу кеше ул. Оло йәштә булһа ла, ун бишәр көнгә тауҙарға китеп, иң бейек үрҙәргә күтәрелә”, – тип уның ҡаһарман­лы­ғына һоҡланғандар ҙа күп. Иҙел башы­ның тауҙар иле булыуын һәм ошо мөхиттә үҫкән ир-егеттең түбәләргә үрләүен күҙ алдына баҫтырып, “Ирәмәлгә һәр көн ҡа­рап, унан көс алып үҫкән тау улы етмештә генә түгел, һикһәндә лә был мауығыуын ташламаҫ әле”, – тип уйлап ҡуйҙым.
Эйе, Самат Нурмөхәмәт улына ике йыл­дан 70 йәш туласаҡ. Ул 1949 йылда Белорет районының Мәхмүт ауылында Фәғилә Һиҙиәт ҡыҙы менән Нурмөхәмәт Ғиниәт улының туғыҙ балалы ғаиләһендә тыуа. Төпкөл ауылда ишле ғаиләлә үҫкән егет ауылда – дүрт, Учалы районының Рә­сүл ауылында – һигеҙ, Белорет районы­ның Тирлән ауылында ун йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң эшкә сығып китә. Ошо хаҡта әңгәмәсемдең үҙенең һөйләгәндәрен тыңлайыҡ.
– Беҙҙең заманда мәктәпте тамамлаған уҡыусыларҙы эшкә яллайҙар ине. Тирлән мәктәбенә ҡыш уҡ килеп: “Балалар, эшсе­ләр кәрәк. Унда уҡыу мөмкинлеге лә бар”, – тип “Почта йәшниге-17” тигән адресты ҡалдырып киттеләр. Беҙ шунда уҡ эшкә барырға теләк белдереп, яҙылып ҡалдыҡ. Шулай итеп, 1966 йылда беҙҙе, мәктәпте тамамлаған 27 баланы, килеп алдылар. Тар колеялы Белорет – Тирлән тимер юл поезына ултырып (халыҡ уны “кукушка” тип йөрөттө), билдәһеҙ тарафҡа яңы тормош башларға тип, юлға сыҡтыҡ.
Үрге Арша тауын менгәс, поезд туҡта­ны. Кондуктор уның тормозын тарттырҙы, сөнки бейек түбәнән төшәһе бар. “Кукушка” аҫҡа ҡарай бик шәп елдерә. Тауҙарҙағы борма юлдарҙан төшөп еткәнсе тормоз бушай, тиҙлеге артҡандан-арта ғына. Был хәлде контролдә тота алмаған состав вагондары юл буйында ауып ята. Йүрүҙән йылғаһы буйындағы Йүрүҙән тигән ауыл (хәҙер ул юҡ) эргәһендә поезды саҡ-саҡ “йүгәнләп” алалар.
Беҙҙе Силәбе өлкәһенең Ҡатау-Ивановск районының “Запрудовка” станцияһы­нан автобус менән алып киттеләр. Йүрүҙән ҡалаһынан 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ҡалаға барҙыҡ. Ул сәнскеле тимер сыбыҡ менән уратып алынған, һалдаттар һаҡлай. Алдан уҡ ябыҡ ҡала тип иҫкәртһәләр ҙә, былай уҡ ҡурҡыныс булыр тип уйламағай­ныҡ. Төрмә кеүек бит, аҙаҡ был шарттарға ла өйрәндек. Ятаҡҡа урынлаштырҙылар, медицина күҙәтеүе үттек, биш көндән эшкә сыҡтыҡ, – тип илле йыл элек булған ваҡиғалар ебен һүтте Самат ағай.
Ваҡыт үтеү менән ҡаланың “Почта йәшниге - 17” исемен “Златоуст-36” тип үҙгәртәләр, хәҙер Трехгорный тип атала.
Пропуск биргәс, дөйөм ятаҡта бергә йәшәгән егеттәр менән ҡаланан сығып, Завьялиха тигән тауға күтәреләләр (хәҙер унда тау саңғыһы үҙәге урынлашҡан). Икенсе ялдарында автобус менән Төлөккә барып, Ирәмәлгә менәләр. Бер аҙ эштән арынып, матур тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙең тәмен тойған йәштәр форсат сыҡҡан һайын ваҡыттарын файҙалы итеп үткәреүҙе ғәҙәткә индерә.
– Элек ял бер көн генә булғас, көнөнә барып ҡайта инек. Төлөккә автобус көнөнә ике йөрөнө. Ирәмәл беҙҙе ихлас ҡабул итте. Бала саҡтан ололарҙан был тау хаҡында төрлө хәлдәрҙе ишетеп үҫтек. Тик ул саҡта теләк булһа ла, ни өсөндөр унда барып булманы, – ти Самат Асҡаров.
Быуындары нығынып та етмәгән егет арматурасы булып хеҙмәт юлын башлай. Эш еңелдән булмай. Контактлы иретеп йәбештереү ысулы менән ҡорос сеткалар әҙерләйҙәр. Цехта кран булмағас, ауыр әйберҙәрҙе үҙҙәре ташый.
Самат Нурмөхәмәт улы ике йылдан һуң Силәбе политехник институтының ябыҡ ҡалалағы филиалына уҡырға инә. Алты йыл дауамында көндөҙ – эшкә, кис вузға йөрөй. Механик, училищела произ­вод­ствоға өйрәтеү мастеры булып эшләй. Үҙгәртеп ҡороу башланғас, альпинист дуҫ­тары менән “Бейеклек” фирмаһын ойошто­ра. Ғөмүмән, ябай тормошта ла улар бе­йек­лектә ҡала: бейек биналарҙы буяйҙар, ҡаҙанлыҡ торбаларын ремонтлайҙар.
Шулай итеп, үргә менеү Самат Асҡаров­тың тормош рәүешенә әйләнә. Белемен камиллаштырыу маҡсатында инструктор­ҙар мәктәбен тамамлай. Хәҙер ул – альпинизм буйынса икенсе разрядлы мастер, спорт мастерлығына кандидат. 1981 йылдан бирле йәштәрҙе тауға менеү сер­ҙәренә өйрәтә.
– Советтар Союзының бөтә ябыҡ ҡала­лары, институттары Машиналар эшләү министрлығына ҡараны. Ведомствоның Кавказда “Джайлк” альпинистар лагеры бар ине. Тарихҡа күҙ һалһаң, профессор, академиктар араһында был спорт төрө ме­нән шөғөлләнгәндәр байтаҡ, спорт мастер­ҙары ла бихисап. Лагерҙа улар менән яҡындан аралашып, мауыҡтырғыс лекцияларын тыңлай инек. Юрий Визбор­ҙың сығыштарын яратып ҡараныҡ. Юлла­ма хаҡының 70 процентын профсоюз түлә­не, ҡалғанын – үҙебеҙ. Бер отпуск аҡсаһы самолет менән ял итергә барып ҡайтыуға етте. Беҙгә унда палатка, биштәр, карабин, арҡан, каска кеүек кәрәк-яраҡты бушлай бирҙеләр. Хәҙер йәштәргә альпинизм менән шөғөлләнеү ҡиммәткә төшә, – ти ул.
Тауҙар кешене һынайСамат Нурмөхәмәт улы йәш саҡтан Тянь-Шань, Памир, Алтай тауҙарын гиҙә. Ике тапҡыр Эльбрусҡа күтәрелә. Яулаған иң бейек түбәһе – 5621 метр. Ҡабарҙа-Бал­ҡар Республикаһында “Безенги” альпинистар лагеры эргәһендәге биш мең метр бейек­легендәге матур тауҙарҙа сәйәхәт итә. Донъялағы иң бейек түбәгә – Эверестҡа тәүгеләрҙән булып менгән Тенцинг Норгей был ҡабатланмаҫ матурлыҡҡа эйә булған тауҙар тураһында: “Безенги – ул бәләкәй Гималай”, – ти.
– Шул тиклем үрҙәрҙе яулар өсөн һаулыҡ та кәрәк. Йәшегеҙ үҙен һиҙҙерәме? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Тауҙарға йөрөгән һайын һаулыҡ, киреһенсә, нығына, ауырлыҡтарға өйрәнә­һең, организм көсөргәнешкә күнегә. Яңы­раҡ ике аҙна рәттән Ирәмәлгә саңғыла мен­дек. Быйыл унда егерме ике тапҡыр булдым, Зигәлгә һыртында – алты, Таға­найҙа – ике. Тауҙарҙы яратам, улар һәр саҡ саҡырып тора. Унда насар кешеләр һирәк осрай, сөнки ауыр шарттарҙа тик яҡ­шы­лар ғына сыҙай ала. Насар уйлылар­ҙың башҡаларға ярҙам итеү һәләте юҡ, шуға ла был мөхиттә улар үҙҙәренең кемлеген күрһәтә. Тауҙарға менгәндә үлем ме­нән ҡапма-ҡаршы осрашҡан мәлдәр йыш була, ошондай саҡта ышаныслы ке­ше­ләр генә ярҙамға килә. Альпинизм – экстремаль, коллектив спорт төрө, шуға һәр кемдән яуаплылыҡ талап итә. Тауға менергә сыҡҡан кеше маршрутты тиҙерәк һәм хәүефһеҙ үтеү тураһында уйларға те­йеш. Бейеклектә һауа торошо тиҙ үҙгә­реүсән: әле генә аяҙ булһа, бер нисә сә­ғәт­тән ямғыр яуа, томан ҡалҡа, күреү ауыр­лаша, көслө ел сыға. Ҡайһы саҡта шул дауылда палатка ҡороп булмай. Ғө­мүмән, тауҙарҙы яратҡандар, үҙен һынап ҡарарға теләгәндәр, йомшаҡ урындарын, икеләнеүҙәрен еңеү һәләтенә эйә булған­дар ғына бейеклектәрҙе яулай ала. Был тауҙы буйһондороу түгел, иң беренсе – үҙеңде еңеү ул.
– Ә һеҙҙең ауырлыҡтар менән күҙмә-күҙ осрашҡан ваҡыттарығыҙ йыш булдымы?
– Хәүефле спорт төрө булғас, ундай мәл­дәр йыш килеп сыға инде. Тауҙарҙа дуҫ­тар­ҙы юғалтҡан мәлдәр ҙә булды. Мә­ҫәлән, тирә-яҡ тыныс кеүек тойола, әммә уйламаған ерҙән таш яуа башлай. Бик ҡур­ҡыныс күренеш. Бәләкәй генә таш бе­йек­тән осҡанда касканы тишеү һәләтенә эйә. Һәр кем, көтөлмәгән хәлдәр мине урап үтер, таш яумаҫ, ҡар шыумаҫ, тип уйлай. Әммә тауға сығыр алдынан үҙеңдең һәм юлдаштарыңдың хәүефһеҙлеген хәстәрләргә кәрәк. Ҡотҡарыу эшендә күп ҡатнашырға тура килде. Бер бәләгә осра­ған кешене алып сығыуға 20 – 50 хеҙмәткәр йәлеп ителә. Тауҙарҙа һәләк булғандарҙы ла алып төшкән осраҡтар булды. Ҡайһы мәлдә бер көнгә тип еңелсә генә, артыҡ әйбер алмайынса сығып китәһең, әммә көтөлмәгән хәлдәр арҡаһында тотҡар­ла­нырға тура килә. Һөҙөмтәлә ҡар, ямғыр, ел аҫтында һалҡын төн үткәрәһең. Бер мәл беҙ ҡары ла, еле лә булған һыуыҡ көн­дә тауҙа йоҡлап ҡалырға мәжбүр булдыҡ, 15 градус һыуыҡ, ә аҫта Фрунзе ҡалаһының уттары емелдәй, унда иһә 25 градус йылы. Аяҡ һыуланды, өшөп-туңып, бер-беребеҙгә арҡа терәп, үҙебеҙҙе арҡан­дар менән ҡаяға бәйләп, тар ғына урында ваҡыт үткәрәбеҙ. Йоҡлап китһәң, урының­дан ысҡынып, арҡанда ғына эленеп ҡалаһың. Биш тапҡыр ошондай ауыр хәлгә тарыным. Шуға күрә тауға барғанда бөтә яҡтан да әҙер булырға кәрәк.
– Һеҙ сәйәхәткә сыҡҡан һайын ҡаты­ны­ғыҙ ҡурҡып ултыралыр инде...
– Ҡатыным Мөнирә Ғилметдин ҡыҙы сығышы менән Стәрлебаш районының Йә­шергән ауылынан. Тауҙарға йөрөүемә өйрәнеп бөткән ул. Берәр-икешәр ай ҡайт­ма­ған саҡтар ҙа булды. Эшләйем, шуға ла әле ваҡыт етеңкерәмәй. Ял булһа, тау­ға ынтылам. Ҡыш – Алматы эргәһендәге тауға, йәй Ҡаҙағстандың Шымкент ҡалаһы эргәһендәге Сайран тарлауығына барырға йыйынам. Унда 95-се йылдан бирле йө­рө­йөм, әле лә дуҫтарыбыҙ көтә. Бик ҡу­наҡ­сыл халыҡ. Альпинистар төрлө яҡ­тар­ҙан йыйыла: Златоуст, Силәбе, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ҡарағанда, Батрау, Аҡтүбә һәм башҡалар. Мин уларҙы тауға менеү серҙәренә өйрәтәм.
– Балаларығыҙ был мауығыуығыҙҙы нисек ҡабул итә?
– Ҡыҙыбыҙ – Өфөлә төҙөлөш компания­һында юридик бүлек етәксеһе. Альберт ке­йәү менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Эль­вираның эш графигы бик тығыҙ, шуға ла минең менән тауҙар буйлап йөрөргә ваҡыты ҡалмай. Ә 15 йәшлек ейәнем Дамир – алты, 14 йәшлек ейәнсәрем Әминә өс тапҡыр Ирәмәлдә булды. Уларға альпинизм оҡшай. Ҡатыным Ирәмәлдә генә булды, – тип яуапланы ул.
Самат Нурмөхәмәт улы фотография менән шөғөлләнергә ярата. Яңыраҡ “Урал” галереяһында тәүге рәсемдәр күргәҙмәһен ойошторҙо. Унда Ирәмәл тауының матур­лығын сағылдырған фотолары ҡуйылған.
Уҙамандың пландары күп, шуларҙың береһе – тағы ла бейегерәк үрҙәргә менеү. Шулай уҡ республикабыҙҙың иң матур тауҙарына, урындарына сәйәхәтте дауам итеү. Ҡыйыу йөрәкле Самат Асҡаровҡа юлдарының һәр саҡ имен, тауҙарҙың рәхимле булыуын теләйек.



Вернуться назад