Быйыл июлдә Төркиәнең Самсун ҡалаһында үткән XXIII йәйге Сурдлимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына, спорт мәктәбе директорҙарына, инструкторҙарға дәүләт наградалары тапшырылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: уйындарҙа Башҡортостан спортсылары ун бер миҙал яулағайны – дүрт алтын, алты көмөш, бер бронза.– Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, ҡаҙаныштарығыҙ – республиканың үҫешенә һалынған хазина. Сурдлимпия хәрәкәте – спорт ҡына түгел, ул мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн өҫтәмә үҫеш мөмкинлеге. Һеҙ – башҡалар өсөн үрнәк, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов бүләкләү тантанаһында. Ул Сурдлимпия хәрәкәтенең дәүләт ярҙамына мохтаж булыуын, мөмкинлектәре сикләнгәндәр спорт менән даими шөғөлләнһен өсөн шарттар тыуҙырыуҙың мөһимлеген билдәләп үтте.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ишетеү һәләтендә кәмселеге булған 3 меңгә яҡын спортсы бар. Уларҙың 137-һе олимпия резервындағы махсус спорт мәктәптәрендә шөғөлләнә. Әлбиттә, уларға яҡшы шарттар тыуҙырыу мөһим. Шуға ла ҡыҙҙар һәм егеттәр Өфөнөң Ҡамышлы урамында төҙөлгән “Спорт әҙерлеге үҙәге” бинаһының асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Үҙәк сафҡа инһә, Өфөлә халыҡ-ара ярыштар ҙа ойошторолор тип көтөлә.
Борис АФАНАСЬЕВ,
15-се балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе тренеры:– Беҙҙең хеҙмәтте юғары баһалағандары өсөн республика етәкселегенә рәхмәт. Ҡаҙаныштарыбыҙ етерлек – һуңғы өс йылда Рәсәй беренселегендә һәм халыҡ-ара ярыштарҙа 25-тән ашыу призлы урын алдыҡ. Әммә уларға ирешеүе еңелдән түгел, сөнки әлегә беҙ теләгәнсә шарттар тыуҙырылмаған. Мәҫәлән, еңел атлетика менән тулы циклда шөғөлләнеү һәм ярыштар ойоштороу өсөн яҡшы манеж, майҙандар юҡ. Сөйөү буйынса сектор Өфөнөң Затон биҫтәһендәге 5-се спорт мәктәп-интернатында һәм 128-се мәктәптә генә бар.