Балалар туризмын үҫтереү зарур30.11.2017
Балалар туризмын үҫтереү зарур Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә балалар туризмы темаһын күтәрҙе. Төбәк етәксеһенең фекеренсә, бөгөн Башҡортостан мәҙәни үҙәктәрҙең мөмкинлеген тулыһынса файҙаланмай.


— Республика “Минең Рәсәй” милли программаһында ҡатнаша. Уның нигеҙендә конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеүселәр, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар Мәскәүгә, Санкт-Петербургка сәфәр ҡыла. Шул уҡ ваҡытта ҡала, ауылдарҙа йәшәгән балаларыбыҙҙың үҙ республикаһы, уның баш ҡалаһы менән яҡынданыраҡ танышыуы ла мөһим. Өфө буйлап ҡыҙыҡлы маршруттар төҙөргә, “Рәсәй — минең тарихым” паркына, кванториумға, төп университеттарға, театрҙарға, музейҙарға, Конгресс-холға, “Өфө-Арена”ға, аквапаркка һәм башҡа урындарға барыуҙы ойошторорға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, тарихи паркка асылған мәлдән алып 17 мең кеше барған, йәғни көнөнә йөҙҙән әҙерәк кеше.
— Йәштәре генә миллионға яҡын булған ҙур республика өсөн был бик аҙ. Башҡортостан Хөкүмәтенә уҡыусылар һәм студенттар өсөн тарихи паркка түләүһеҙ инеүҙе тәьмин итеү, паркка барыуҙы бер нисә тапҡырға арттырыу бурысын йөкмәтәм. Үҙенсәлекле мультимедиалы үҙәк йәштәребеҙгә белем биреү һәм уларҙа ватансылыҡ тәрбиәләү мәсьәләләрен хәл итергә тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов. — Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетына Өфө хакимиәте менән берлектә республика йәштәренә, ҡунаҡтарға мөмкинлектәребеҙҙе күрһәтеү, уларҙы уҡыу һәм һөнәри карьера перспективаһы менән ҡыҙыҡһындырыу өсөн баш ҡалабыҙ буйлап балалар белем биреү маршрутын төҙөү бурысын ҡуям.


Вернуться назад