Күҙ буяумы?..22.11.2017
Күҙ буяумы?..Спорт кем өсөн?
Дөрөҫ, тамашасылар, халыҡ өсөн. Көйәрмәнһеҙ ул кемгә кәрәк... Быны республиканың хоккей етәкселеге лә аңланы шикелле. Элекке көн улар “халыҡҡа сыҡты”.


Ысынлап та, йәмәғәтселектең түҙемлеге бөтә башлағайны. Башҡортостан брендтарының береһе булған “Салауат Юлаев” командаһының абруйы төшкәндән-төшә. Ә спортта ул тик еңеүҙәр аша яулана. Өҫтәүенә клуб был спорт төрөнән алыҫ торған кешеләргә лә ят түгел – ул милли геройыбыҙ исемен йөрөтә. Тимәк, яҙмышы өсөн яуаплылыҡ та уртаҡ.
Тик Гагарин кубогы хужаларының береһе уйыны менән һис маҡтана алмай. Сағыштырыу өсөн: юлаевсылар быйылғы миҙгелдәге 34 матчтың 17-һендә отолдо.
Ниһайәт, хоккей етәкселеге көйәрмәндәр менән шәхсән дә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша ла осрашырға булды. Шулай ҙа йәнә бер күре­неш аптыратты: көйәрмәндәр менән осрашыуҙың ҡаты сер аҫтында уҙыуы. Йәғни алдан бер иҫкәртеү ҙә булманы, аҙағынан да аныҡ ҡына фекерҙәр ишетелмәне. Уның ҡарауы, кискеһен урындағы телевидениеның “Спортбар” тапшырыуына клубтың генераль директоры Таһир Ибраһимов, генераль менеджеры Леонид Вайсфельд һәм баш тренер Эркка Вестерлунд килде.
Әммә унда ла алып барыусыларҙың күп һорауҙарына тулы ғына яуап яңғыраманы. Булғаны ла дөйөм һүҙҙәр менән генә сикләнеү ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, команданың ни өсөн турнир таблицаһында түбән урында барыуы һәм уйындың ҡасан рәткә һалыныры тураһында ҡунаҡтар асыҡ һәм өмөтләндерерлек итеп әйтә алманы. Ҡыҫҡаһы, халыҡты тынысландырыу маҡсатында ойошторолған күҙ буяу һымаҡ күңелдә ҡалды был тура эфир.


Вернуться назад