Эске туризмды нисек үҫтерергә?17.11.2017
Эске туризмды нисек үҫтерергә? Өфөлә Ҡунаҡсыллыҡ һәм тур­индустрия форумы асылды. Сара барышында власть органдары, эшҡыуарлыҡ һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл”дәр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Форумда ҡатнашыусылар Башҡортостан миҫалында төбәкте туристик йәһәттән үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Роман Скорый әйтеүенсә, хәҙер инфраструктура менән аптыратып булмай, шуға күрә ситтән килгән туризмға баҫым яһаған Рәсәй төбәктәренә үҙенсәлектәрен, географик хәлен, мәҙәни һәм тарихи йолаларын файҙаланырға кәрәк.
— Төбәктең этәргесен, визит карточкаһын, маҡсатлы аудиторияны билдәләргә һәм ҡасанға ҡайһы илдәрҙән күпме туристы ҡабул итеү бурысын ҡуйыу шарт. Был күрһәткестәрҙең барыһын да иғтибарҙа тоторға кәрәк. Тағы ла мөһим бер мәл – ул белем биреү. Республикаға туризм тармағына күпме белгес кәрәклеген күҙҙә тотоу бик мөһим, — тине Роман Скорый.
Спикерҙар әйтеүенсә, бер нисә төбәктән тыш, тотош Рәсәйҙә туризм тармағында үҫеш әле башлана ғына. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов республикабыҙҙа эске туризмдың кластерҙар аша үҫеүен билдәләне.
— Башҡортостанда алты-ете кластер ойошторҙоҡ. Уларҙың һәр береһенең үҙенә генә хас ҡеүәте, маҡсатҡа ярашлы төркөмө бар. Кластерҙарға маркето­логтарҙы йәлеп итәбеҙ, үҫеш нөктәләрен, дөйөм концепция билдәләйбеҙ, — тине Вячеслав Ғиләжетдинов.
Республикала шулай уҡ Ауыл һәм агротуризм, Кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциациялары ойошторолған. Әле төбәктең туристик бренды эшләнә.
Ваҡиғалар туризмы тағы ла бер мөһим пунктты тәшкил итә. Башҡортостанда туристар өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ бөтә хәл-ваҡиғалар анализланды. Вячеслав Ғиләжетдинов әйтеүенсә, сит ил делегациялары ҡатнашлы­ғындағы саралар ыңғай һәм кире яҡтарҙы билдәләргә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, бер мәл респуб­ликалағы сауҙа үҙәктәрендә валюта алмаштырыу пункттарының етешмәүе асыҡланды.



Вернуться назад