“Мәскәүҙе алды” уҡсылар15.11.2017
“Мәскәүҙе алды” уҡсылар “Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ” тип йырлаған 1812 йылғы Ватан һуғышында дошман сафтарын тар-мар итеп ҡайтҡан ир аҫылы ата-бабаларыбыҙ. Тарихи башҡорт халыҡ йыры “Любизар”ҙа ла данлана башҡорт яугирҙәренең ҡаһарманлығы. Иллә-мәгәр бөгөн Мәскәүгә йә илебеҙҙең башҡа ҡалаларына барыуҙың бер ғәжәбе лә юҡ һымаҡ. Маҡсатың һәм теләгең генә булһын. Ә теләк булғанда, юлы ла асыла.
Һәр хәлдә яңыраҡ ҡына илебеҙ баш ҡалаһына барып еңеү яулап ҡайтҡан башҡорт мәргән уҡсылары ошондай фекерҙә. Рәсәй­ҙең төрлө төбәктә­ренән бөтәһе 49 оҫта ҡатнашҡан турнирҙа Баш­ҡортостан данын Бөрйән, Ғафури райондарынан, Өфө, Сибай, Учалы ҡалаларынан егет һәм ҡыҙҙар яҡланы. Ысынлап та, ниңә үҙ ҡаҙа­ныбыҙҙа ғына ҡайнап ятырға! Милли шөғөл­дәребеҙ менән дә таныштырып, башҡа спорт төрҙәрендә лә үҙ көсөбөҙҙө, мөмкинлегебеҙҙе һынап ҡарау фарыз. Уйҙарыбыҙҙа ҡуйылған сиктәрҙән үтеп, Башҡортостан күген айҡарға, Рәсәй киңлектәрен байҡарға, сит илдәргә сығып ер-һыу күрергә, тәжрибә тупларға һәм өлгәшелгән­дәребеҙ менән уртаҡлашырға ваҡыт.
Күптән түгел Ҡырғыҙстан­да Бөтә донъя күсмә ха­лыҡтар уйындарында, Ҡаҙағ­стандағы “Оло дала рухы”нда, Төркиәләге “Фәтих кубогы” халыҡ-ара уҡ атыу турнирында, шулай уҡ Пермь һәм Ҡазан ҡалаларында үткән ярыш­тарҙа үҙ мөмкинлек­тәрен һынаны мәргәндәр. Беҙ­ҙең егет һәм ҡыҙҙарҙы һәр ерҙә ихтирам менән ҡаршы алалар, башҡорт­тарҙың бай, сағыу тарихи кейемдәрен күреп һоҡланалар, ә улар иһә яҡташ­тарын яңы еңеүҙәре менән ҡыуанды­ра. Беҙҙән барған Хөрмәт Таһиров, Рәйес Низаметдинов, Юлай Ғәлиул­лин, Роберт Хәмиҙуллин, Фидан Сәғитов иң көслө ун ике уҡсы араһына инде, ә Бөрйән батыры Сынбулат Юлбирҙин, иң күп мәрәй йыйып, беренселекте яуланы.
– Үҙебеҙҙә үткән ярыш­тарҙың бере­һендә мәргәндәр менән кәңәшләштек тә Мәс­кәүҙә үтәсәк турнирға барырға йөрьәт иттек. Алға ҡуйған маҡсат булғас, әҙерлек сараһын да күрҙек. Үҙебеҙҙән ситтә үткән ярыштарҙы күреп, мөмкинлектәрҙе самаларға форсат булды. Турнирҙы боронғо грек мифологияһы геройы, уҡ атыу оҫтаһы Геракл исеменә бәйләп үткәр­ҙеләр, һынауҙар ҙа ҡыҙыҡлы итеп ойошторолдо. Беҙ уҡ төбәгән сәптәрҙәге образдар ҙа ҡатмарлыраҡ булды. Әлбиттә, ярышта үҙҙәренең ҡала һәм райондарындағы хәрби клубтарҙа бер нисә йыл даими шөғөлләнгән көслө уҡсылар ҙа бар ине.
Бөтә бәйгеселәр ҙә тарихи милли кейемдә сығыш яһаны. Шуныһы яҡшы – үҙебеҙҙең райондарҙа үткән ярыштарҙа беҙ яҡын араға ла, алыҫҡа ла уҡ атып оҫтарҙыҡ. Шуға ла 18 метрлыҡ арауыҡтағы үҙенсәлекле һынауҙарҙы үтеү ҡатмарлы тойолманы. Барып күрҙек, дәррәү һәм берҙәм генә еңеп тә ҡайттыҡ, – тип тәьҫораттары менән бүлеште уҡ атыу буйынса республика һәм халыҡ-ара бәйгеләрҙә еңеү яулаған Сынбулат Юлбирҙин.
Афарин, үҙебеҙҙекеләр! Мәскәү ҡалаһына еткәс, Парижды ла күрергә, халыҡ-ара кимәлдә үткәреләсәк яңы ярыштарҙа ла Башҡортостан данын яҡлап, еңеү менән йөрөп ҡайтырға яҙһын килә­сәктә.
Ә һеҙҙең ниндәй һөнәрегеҙ бар, ватандаштар? Бәлки, республика, ил, сит илдәргә юл асҡан һәләт-оҫталыҡ­тарығыҙ, үҙ шөғөлөгөҙ бар­ҙыр? Шундайҙар булһа, хәбәр итегеҙ!


Вернуться назад