Спортсыларыбыҙ уңыш яулай14.11.2017
Ошо көндәрҙә Римдә уҙғарылған коляскалағы инвалидтар араһындағы донъя чемпионатында Башҡортостан фехтовальщиктары тағы ла бер миҙал яуланы. Ярыштың дүртенсе көнөндә Рәсәй спортсылары наградалар йыйылмаһын бер алтын, өс көмөш һәм бер бронза миҙал менән тулыландырҙы.

Команда ярышында ир-егеттәр араһында көмөш миҙалды Рәсәй спортсылары алды. Роман Федяев һәм Артур Йосопов менән бергә миҙалға Башҡортостан рапирасылары Никита Нагаев менән Альберт Камалов лайыҡ булды. Финалда иһә рәсәйҙәр Италия командаһынан еңелде. Бронза миҙал — Польша спортсыларында.


Вернуться назад