“Еҙем” туристарҙы көтә01.11.2017
“Еҙем” туристарҙы көтәБашҡортостанда “Еҙем” тәбиғәт паркын ойошторорға ҡарар ителде. Ул Ғафури районындағы күркәм төбәктәрҙең береһендә урынлашҡан.

Еҙем йылғаһы буйлап ағып төшөү, бындағы мәмерйәләр туристарҙы күпләп йәлеп итә. Ошо көндәрҙә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында белгестәр, Ғафуриҙан килгән делегация ҡатнашлығында йәмәғәт тыңлауҙары үтте.
— Муниципалитет һәм урындағы халыҡ парк асыу яҡлы, сөнки был биләмәне үҙебеҙ генә тәртиптә тота алмайбыҙ. Туристар ҙа күпләп килә. Мәҫәлән, май байрамдарында ғына Еҙем буйлап тәүлегенә 500 кеше ағып төшә. Күптәр ялға килеп, тәбиғәткә зыян килтерә. Парк асылыу менән ошондай мәсьәләләр хәл ителер, яңы эш урындары барлыҡҡа килер тигән өмөттәбеҙ, — тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Салауатов.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин әйтеүенсә, тәбиғәт паркы районда инфраструктураны үҫтереүгә этәргес бирәсәк, туристар һанын арттырыу мөмкинлеген асасаҡ. Спелеологтар Еҙем буйындағы йөҙҙән ашыу мәмерйәне тикшереп сыҡҡан. Ҙур танылыу яулаған Киндерле мәмерйәһен туристар өсөн рәсми асҡанға тиклем микробиологтар һәм микроклиматологтар тикшерергә тейеш. Парк 365 квадрат километрлыҡ майҙанды үҙ эсенә аласаҡ.
Йәмәғәт тыңлауҙарынан һуң “Еҙем” тәбиғәт паркы тураһындағы положение экология экспертизаһын үтәсәк.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА.


Вернуться назад