Диабетты нисек еңергә?27.10.2017
Өфөлә эш сәфәре менән фигуралы шыуыу буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Ҡышҡы Олимпия уйындарының көмөш һәм бронза призеры, Ирекле физкультура союзы президиумы рәйесе Ирина Слуцкая булды.

Әйткәндәй, Ирина Эдуардовна Башҡортостанға тәүге тапҡыр килмәй. Спортсы күптән түгел Өфөлә ойошторолған “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” тигән форумда ҡатнашҡайны.
Әле иһә “Диабетты еңеп йәшәү” исемле Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә беҙҙә “Диабетты еңәбеҙ. Дәүләттең, йәмғиәттең һәм граждандың яуаплылығы” тигән киңәйтелгән кәңәшмә ойошторолдо.
Ирина Слуцкая белдереүенсә, шәкәр диабеты ауырыуы тиҙ тарала, ундай диагнозды кеше белмәй оҙаҡ йылдар йәшәүе лә ихтимал. Шул уҡ ваҡытта бөтәһе лә һәр кемдең үҙенең ҡулында. Сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү, диета тотоу – быларҙың барыһы ла һаулыҡты нығытыуға бер аҙым.
Кәңәшмәнән һуң скандинавия йөрөүе буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде.



Вернуться назад