Энә өҫтөндә ултырған кеүек хис итәһең үҙеңде “Салауат Юлаев” уйнағанда. Ләкин был юлы улай булманы. Көйәрмәндәргә өфөләрҙең “Лада”ға ҡаршы осрашыуы бик еңел уҙҙы кеүек тойолдо.Тыштан ҡарағанда ғына шулай ул. Дөрөҫөн әйткәндә, Тольятти командаһы кеүек һаҡ һыҙығы көслө булған ҡәлғә-клубтарға ҡаршы тороуы бик ауыр. Ысынлап та, беренсе осорҙа беҙҙекеләргә бәхетле осраҡ ярҙам итте тиергә була – иҫәпте тиҙ астылар. Ә бына ҡағиҙә боҙоп, аҙсылыҡта ҡалғас та, язаһын алдылар. Ҡунаҡтар иҫәпте тигеҙләп ҡуйҙы, әммә шунда уҡ өфөләр йәнә алға сыҡты.
Икенсе осорҙа юлаевсылар эшкә ныҡлап тотондо. Һөҙөмтәлә уйын аҙағынаса тағы ике шайба индерҙеләр. “Лада”ның тырышлығы бушҡа булды, боҙҙа тоҡанып киткән йоҙроҡ һуғышы ла бер ни хәл итә алманы – иҫәп 4:1.