Аяғы етеҙ, ҡулы оҫта20.10.2017
Боҙҙа күҙгә ныҡ салынған оҫталар, маһирҙар ҙа, “ҡара эш” башҡарып, дөйөм ҡаҙанға ҙур өлөш индергән хоккейсылар ҙа була. Шулар сафтан сыҡһа, тотош команда уйынының төҫө, бәҫе юғалыуын көт тә тор.

Бына бер нисә спортсыһы йәрәхәтләнгәйне, юлаевсылар ҙа ипкә килә алмай аҙаплана. Мәскәүҙең “Динамо”һы менән осрашыуҙа ла, бәхет беҙгә йылмайһа ла, матчтың яҙмышын айырым уйынсылар хәл итте. Осрашыуҙы үҙ файҙаһына борған хужаларҙы шаңҡытып, тәүҙә йәш Глеб Кузьмин бөтә боҙ майҙансығын елеп үтеп, ҡапҡасыларын “әсир төшөргә” мәжбүр итте. Ҡулы оҫта икән егеттең. Артабан Денис Кокарев, шундай уҡ һөжүм яһап, иҫәпте ҙурайтты. Ә инде “Динамо” уны тигеҙләгәс (2:2), матч тамамланырға бер нисә секунд ҡалғанда Евгений Коротков хужалар ҡапҡаһы алдында сосораҡ булып сыҡты. 3:2 – еңеү беҙҙә!



Вернуться назад