Юғала мәрәйҙәр, юғала...17.10.2017
Юғала мәрәйҙәр, юғала... Бәхет булмаһа булмай икән ул. Яңыраҡ Өфөлә СКА-нан ҙур иҫәпкә еңелеү хурлығы кисергәс, был юлы юлаевсылар ҡунаҡта үс алырмы тиһәк... Юҡ, Питер “машинаһы” әүәлгесә төҙөк һәм етеҙ.

Ә улар менән сәкәләшкәндә, ҡағиҙә боҙоп, аҙсылыҡта ҡалдыңмы, ҡапҡаңа гол ингәнен көт тә тор. Етмәһә, “Салауат Юлаев” ошондай мәлдә насар уйнай. Дөрөҫ һиҙемләгәнбеҙ, һөҙөмтәлә иҫәп хужалар файҙаһына 4:2 булды.
Артабан беҙҙекеләр Финляндияға юл тотто. Унда беҙҙе нисек “ҡунаҡ итерҙәр”? Баш тренерыбыҙ Эркка Вестерлунд үҙе лә фин, элегерәк Хельсинкиҙың ошо “Йокерит” клубын да етәкләне. Тап шул саҡта юлаевсылар хужаларҙы һуңғы тапҡыр еңгәйне. Осрашыу көсөргәнешле уҙмаҡсы.
Ысынлап та, ике яҡ та һаҡ ҡыланды, 40 минут буйы тиерлек ҡапҡалар “бикле” торҙо. Ә унан һуң... өҫтөбөҙгә бер биҙрә һалҡын һыу ҡойҙолармы ни! “Йокерит” һигеҙ секунд эсендә ике гол индерҙе. Беренсеһендә ҡапҡасыбыҙ Бен Скривенс кәрәкмәгән ваҡытта эш урынын ҡалдырып китте, ә беҙҙең ике хоккейсы бер-береһе менән бәрелешеп, саҡҡа ғына иғтибарҙы юғалтты. Икенсеһендә юлаевсылар йәшен тиҙлегендәй барған һөжүмде “йоҡлап” үткәрҙе. Йәл, башҡаса иҫәп үҙгәрмәне. 0:2 – отолдоҡ.
Бөгөн өфөләр үҙҙәре кеүек үк етенсе урында барған Мәскәүҙең “Динамо”һы менән осраша. Көстәр тигеҙ, кем еңер?


Вернуться назад