Ҡайҙалыр әйләнеп ҡайтыуы һағышлы ла, күңелле лә. Юлаевсыларҙың Белоруссияға булған сәфәрен айырыуса Бен Скривенс түҙемһеҙләнеп көткәндер. “Профессор” ҡушаматлы әлеге ҡапҡасыбыҙ былтыр Минскиҙағы “Динамо” командаһында уйнаны бит.Осрашыу шомло башланды. Баш судья өфөләргә шунда уҡ штраф эскәмйәһенә төртөп күрһәтте. Бәхетебеҙгә, был тәртип боҙоуға хужалар яза бирә алманы. Ә бына артабан 15 мең көйәрмән һыйҙырышлы “Минск-арена” “аһ” итте: юлаевсылар иҫәпте асты. Тәүге осор аҙағына ул беҙҙең файҙаға 3:0 булғайны инде...
Икенсе осор ҙа яҡташтарыбыҙҙың өҫтөнлөгө менән үтте – 4:0. “Динамо” хоккейсылары йыш ҡына шайбаны юғалтты, күпселекте оҫта файҙалана белмәне. Көткәнебеҙсә, Бен Скривенс һоҡланғыс уйнаны. Әммә һаҡсыларыбыҙ уның “байрамын” боҙҙо. Осрашыу аҙағына аҙ ғына ҡалғанда уға ҡапҡаһын шайба индермәйенсә һаҡлап ҡалырға ярҙам итмәнеләр. Шулай ҙа еңеү беҙҙең яҡта булды (4:2), ә “Профессор” матчтың иң яҡшы уйынсыһы исемен алып, урындағы көйәрмәндәрҙең алҡышына ҡойондо...