Холоҡ китһә лә, ғәҙәт китмәй27.09.2017
Көнсығышта “Салауат Юлаев” лидерҙар араһында икенсе урында килһә лә,
уны туғыҙынсы баҫҡыҫтағы Магнитогорскиҙың “Металлург”ынан, мәҫәлән, ни бары ике мәрәй айырып тора. Бына Гагарин кубогы өсөн көрәш беҙҙә ни хәтлем ҡыҙыу бара!


Юлаевсыларҙың турнир таблицаһында берсә өҫкә осоуына, берсә түбән тәгәрәүенә аптырарға түгел инде. Әле лә команданың “таған атыныуы”дауам итә. “Северсталь” клубынан 0:2 иҫәбенә отолоуҙарын бер яңылышлыҡ тип ҡабул итһәк тә, артабан “Автомобилист”ан ҡыйратылыу (0:4) “холоҡ китһә лә, ғәҙәт китмәй” тигән халыҡ әйтеменең дөрөҫлөгөнә ишараланы. Был осрашыуҙар араһындағы “Металлург” менән матчты һанамаһаҡ та була, сөнки лидер командаларға ҡаршы матчтарға өфөләр айырыуса ныҡ әҙерләнә белә. Бына ошо осрашыуҙа ла беҙҙекеләр 3:0 иҫәбенә еңеп барған урындан еңеүҙе ҡулдан ысҡындыра яҙҙы ла һуң! Хужалар көс нисбәтен тигеҙләүгә өлгәшкәс, хатта йөрәк һулҡылдап ҡуйҙы: йәнә бәхет урап үтерме? Магнитогорск егеттәренең бер генә хатаһы уйынға нөктә ҡуйҙы – юлаевсы Вячеслав Солодухин уларҙың ҡапҡасыһынан маһирыраҡ булып сыҡты (4:3).
Алда “Трактор”, “Лада”, “Югра” кеүек уртаса командалар менән уйындар көтә беҙҙе... Тағы мәрәй “бүләк” итербеҙме уларға?



Вернуться назад