“Мин шайба менән күп уйнайым...”15.09.2017
“Мин шайба менән күп уйнайым...” ...Әммә был гел генә уңышлы килеп сыҡмай, тине юлаевсы Бен Скривенс, шишәмбелә Риганың “Динамо”һына ҡаршы осрашыуҙағы хатаһын аңлатып. Ғәжәп, эйеме? Хоккейсы шайбаны күҙен йомоп та йөрөтә белергә тейеш түгелме һуң? Тик бында һүҙ командабыҙҙың ҡапҡасыһы тураһында бара.Бер көн элек кенә тыуған көнөн билдәләгән “Салауат Юлаев”тың яңы ҡапҡа һаҡсыһы 1986 йылда Канадала тыуған. Быға тиклем үткән миҙгелде Минскиҙың “Динамо”һында уҙғарғайны. Ҡуша­маты – “Профессор”.
Оҙаҡҡамы Бен Өфөлә? Шайтан ғына белә. Килешеү ваҡыты бил­дәле лә, ләкин һуңғы йылдарҙа командабыҙ ҡапҡасыларының ышаныслы уйнамауы шундай һорау тыуҙыра. Берәү килә, берәү китә... Иҫтә ҡалырлығы юҡ...
Шишәмбеләге матчҡа килгәндә, Балтик буйы улдары көнба­йыштың турнир таблицаһында иң арттағы 13-сө урында һөйрәлә. Әммә тап беҙҙекеләрҙең уйыны аптырауға һалды. Бик һаҡ ҡыланып, ҡапҡаға һөжүм итеү урынына артыҡ пас биреү менән булыштылар. Һөҙөмтәлә шайбаны йыш юғалттылар. Шуға күрә, дәғүәсенең көсһөҙлөгөнә ҡара­маҫтан, голдар күп булманы.
Юлаевсылар араһында ла бигүк шәп уйнамағандар бар. Мәҫәлән, һаҡсы Максим Осипов гел хаталана. Шуғамы, был юлы уны боҙға сығарманылар. Ярай әле ошо арала икенсе һаҡсыбыҙ Григорий Панин сафҡа инәсәк. Йоҙроғон төйөргә әҙер генә торған был хоккейсы дисквалификация арҡаһында быйылғы чемпионат­тың тәүге һигеҙ матчында ҡатнаша алмай ине.
Ә “Динамо”ны шулай ҙа еңдек. Һуңғы арала шайба индерә башлаған һөжүм итеүсебеҙ Линус Умарк һәм оҫта снайпер булып киткән һаҡсы Филип Ларсен тырышлығы менән (2:1).


Вернуться назад