Хикмәт кәүҙәлә түгел13.04.2012
Хикмәт кәүҙәлә түгелИглин районы үҙәгендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән “Башҡортостан” гәзите приздарына милли көрәш буйынса сираттағы асыҡ зона турниры үтте.

Рәхмәт һеҙгә, Марсель Харис улы!

Халҡыбыҙҙың “Атанан күргән уҡ юнған” тигән тапҡыр әйтеме нәҡ Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосопов кеүек шәхестәргә атап әйтелгәндер. Легендар көрәшсе, танылған ғалим Харис Йосоповтың улы бөгөн атаһының эшен лайыҡлы дауам итә. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә бәйгеләр ойоштороп, йөҙҙән ашыу мәктәпте келәмле итеп, киләсәктә атаһы кеүек майҙан батырҙары үҫеүенә юл асты ул.
Иглиндә үткән сираттағы ярышта Марсель Харис улы йәнә 16 белем биреү усағына көрәш келәменә сертификат тапшырҙы. Депутат ҡулынан шундай ҙур Хикмәт кәүҙәлә түгелбүләк алыусыларҙың шатлығын аңлатып бөтөрлөк түгел. Ана, бер төркөм егеттәр ҡыуана-ҡыуана машинаға келәм тейәй. Танышабыҙ. Өфөләге 48-се башҡорт лицейыныҡылар икән. Уҡыу йорто директоры Рәмилә Ғәлиуллина:
— Уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа шатланып бөтә алмай, — тип ҡыуанысын уртаҡлашты. — Марсель Харис улына рәхмәт инде! Беҙҙә бығаса бик шәп көрәш секцияһы эшләп килә ине, дәртләнеп йөрөгән балалар ҙа булды, ярыштарҙа тәүге урындарҙы ла яулай торғайныҡ. Әммә келәмдәр туҙып бөткәс, милли көрәш туҡтап ҡалды. Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһәк тә, ярҙам итеүсе булманы.
Ҡариҙел районының Яңы Бәрҙәш ауылынан Динар Сәмиғуллиндың да шатлығы йөҙөнә сыҡҡан.
— Бындай келәмде төштә лә күргән юҡ ине, быға хәтлем маттарҙа ғына шөғөлләнә торғайныҡ, — тине ул.

Хикмәт кәүҙәлә түгелХикмәт кәүҙәлә түгел

Иглин районы хакимиәте башлығы Рафиҡ Мусин һәм “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Ришат Дихиндың ҡотлауынан һуң, үҫмерҙәр майҙанға сыҡты. Был юлы Нуриман, Ҡариҙел, Кушнаренко, Благовещен, Бүздәк, Иглин райондары, Өфө ҡалаһы көрәшселәре көс һынашты.
Келәмдә республика башҡорт гимназия-интернатынан Алмас Хужин менән Иглиндән Дмитрий Наумов пәйҙә булғас, бөтәһе лә “ах” итте. Аптырарлыҡ ине шул. Етмеш килограмм ауырлыҡтағы Алмас үҙенән күпкә таҙараҡ (106 килограмм) егет менән алышырға батырсылыҡ итһен әле! Иглин үҫмерҙәренең Дмитрийҙың Хикмәт кәүҙәлә түгелеңәсәгенә тамсы ла шикләнмәгәне тойола.
Бына алыш башланды. Егеттәрҙең икеһе лә таһыллы. Дмитрий үҙенән күпкә ҡайтыш дәғүәсеһен эләктереп алып һелтәмәксе була, тик Алмас та сос күренә — көрәш техникаһын, тактикаһын яҡшы белә. Хәйләкәрлеге лә бар: яҡшы һаҡлана, билен бирергә теләмәй. Егеттәр апаруҡ айҡашты. Береһе лә тиҙ генә бирешерҙәй түгел.
Бер яҡта — иглиндәр, икенсе яҡта гимназияныҡылар ҡеүәтләй.
— Әйҙә, әйҙә, Алмас!
— Дима, Дима!
Хикмәт кәүҙәлә түгелКөрәшселәр бер-береһен ерҙән күтәреп алырға ынтыла, ләкин һис килеп сыҡмай.
Осрашыу бер кемдең дә еңмәүе менән тамамланырмы икән? Шул саҡ көтөлмәгән хәл булды — Алмас дәғүәсеһен ҡапыл әйләндереп салҡан һалды ла ҡуйҙы.
— Бына бит сослоҡ!
— Афарин, Алмас!
Был мәлдә гимназия көйәрмәндәренең йөҙөндәге ҡыуанысты күрһәгеҙ икән!
Ярыштан һуң Алмастың үҙе менән дә һөйләшеп алдым.
— Шундай бәһлеүән менән көрәшергә ҡурҡманыңмы?
— Еңелермен тип уйлағайным. Әммә иптәштәремдең, тренерымдың “әйҙә лә әйҙә” тип дәртләндереп тороуы әйтеп аңлата алмаҫлыҡ көс биргәндәй булды, — тине ул.
Ысынлап та, хикмәт кәүҙәлә түгел, ә таһыллыҡта шул.

Хикмәт кәүҙәлә түгелИң көслөһө — иглиндәр!

Көсөргәнешле алышта һәр кемдең мөмкинлеген тоҫмалларға була ине. Хужалар шәп көрәшә, республика башҡорт гимназияһыныҡылар ҙа мах бирмәй. Ҡариҙелдәр ҙә бирешергә теләмәй, нуримандар ҙа арыу алыша. Финалда башлыса тап улар көс һынашты ла инде...
Ниһайәт, барыһы ла түҙемһеҙләнеп көтөп алған минуттар етте — еңеүселәр асыҡланды. Иглиндән Рәйеф Зәйнуллин, Динар Рафиҡов, Альберт Мөзипов, Альберт Хәсәнов, Данияр Фаридонов, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатынан Зиннур Әлибаев, Артур Мөхәмәтов, Айнур Носратуллин, Ридан Хажиморатов, Ҡариҙелдән Илнар Суфияров үҙ ауырлыҡтарында чемпион исеменә лайыҡ булды.
Дөйөм командалар араһында иглиндәр үҙҙәрен иң көслөһө итеп танытты. Икенсе урынды республика башҡорт гимназияһы уҡыусылары яуланы, өсөнсө урын Ҡариҙел егеттәренә эләкте.
Приздар хәтәр шәп ине. Еңеүселәргә Иглин районы хакимиәте, Ҡоролтайҙың һәм “Башҡортостан” гәзитенең приздары тапшырылды.
Венер Исхаҡов


Вернуться назад