Эйе-эйе, юлаевсылар хоккей лигаһында “иң күңелле команда” тигән исемгә тап төшөрмәй. Алдағы матчта улар менән ни
булырын һис һиҙемләп булмай. “Барыҫ” менән осрашыуҙы күптәр ҡыҙыҡһынып көттө. Беҙҙең барлыҡ звенолар ҙа бер тигеҙерәк уйнаһа, уларҙың сит ил уйынсыларынан торғаны нисәмә йыл ҡаршы яҡ команда вәкилдәрен дер һелкетә. “Салауат Юлаев” менән дә шулай булып сыҡты – ҡунаҡтарҙан Найджел Доус өс гол индерҙе.
...Тәүге осорҙа уҡ 0:2 иҫәбенә отолоп барабыҙ. Ярай ҙа икенсеһендә көстәр тигеҙләнә. Өсөнсөһөндә хатта алға сығып китәбеҙ. Ә бына матч һуңында... Хәтерләүе лә ытырғаныс. Һуңғы минутта, атап әйткәндә, 46 секунд арауығында ҡапҡабыҙға өс шайба инеп ятты! Был нимә, эш башҡарылды тип, бер мәлгә иғтибарҙы юғалтыумы, осраҡлы күренешме? Белмәйем. Юлаевсыларҙың ғына осрашыу һайын “цирк” күрһәтеүе осраҡлы түгел.