Яралы кейектең асыуы яман05.09.2017
Әйттем бит, юлаевсылар күңелһеҙләнергә форсат бирмәй, тип. Өфөләге сираттағы ике осрашыу быны йәнә иҫбатланы. Был юлы көйәрмәнде көйөндөрмәнеләр, киреһенсә, һөйөндөрҙөләр. Юғиһә, һуңғы ваҡытта гел отола инеләр.

Тәүҙә “Салауат Юлаев”тың ҡаты ҡулы аҫтына “Сочи” командаһы эләкте. Ҡунаҡтарҙың беренсе булып иҫәпте асыуы сүп кенә булған икән. Артабан беҙҙекеләр уларҙың ҡапҡаһына рәттән... ун шайба индерҙе. Ә дөйөм иҫәп өфөләр файҙаһына 11:3 булды!
Артабан баш ҡалабыҙ миҙгел алдынан “Башҡортостан Республикаһы кубогы”н яулаған “Нефтехимик” командаһын ҡабул итте. Үҙ боҙобоҙҙа еңелеү хурлығын юлаевсылар иҫтә тотто буғай, Татарстан хоккейсыларына баш ҡалҡытырға ла ирек бирмәне. Өсөнсө осорҙа биш минутта бер-бер артлы дүрт гол индереп, ҡунаҡтарҙы 6:0 иҫәбенә ҡыйратып та ҡуйҙылар.
Әйткәндәй, командабыҙҙа һуңғы йылдарҙа һөжүм итеүселәргә ҡарағанда һаҡсылар һөҙөмтәлерәк уйнай. Быйыл да шулай. Мәҫәлән, Филип Ларсен биш матчтың береһендә лә шайба индермәй ҡалманы. Хоккей свитерында 36 һаны торған был Дания уйынсыһына 27 йәш. Ул беҙгә Финляндияның “Йокерит” клубынан күсте.
Бөгөн Өфөгә Ҡаҙағстандан “Барыҫ” килә. Уларҙы нимә көтә?..


Вернуться назад