Кубок сәйәхәткә сыға30.08.2017
Киләһе йыл футбол буйынса Рәсәйҙә үтәсәк донъя чемпионаты кубогы туры ошо сентябрь айында Мәскәүҙән башланасаҡ.
Легендар трофей Калининградтан Владивостокка тиклем 24 ҡаланы урап сығасаҡ. Өфө лә шулар иҫәбендә. Башҡортостандың баш ҡалаһында кубок 26 сентябрҙән 1 октябргәсә буласаҡ.
Тантаналы сара Салауат Юлаев һәйкәле майҙанында башланасаҡ. Артабан чемпиондар кубогы “Нефтсе” стадионына йүнәләсәк. Унда республика Хөкүмәте йыйылма командаһы менән “Өфө” футбол клубы араһында дуҫтарса осрашыу уҙа. Шулай уҡ “Мега” сауҙа-күңел асыу комплексында ла тамашасылар кубокты күреп ҡала аласаҡ.


Вернуться назад