Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул25.08.2017
Континенталь хоккей лигаһының сираттағы миҙгелен юлаевсылар уңышлы башлап ебәрҙе. Әммә барыһы ла шыма ғына барманы тәүге матчта...
Владивостоктың “Адмирал” командаһы август уртаһынан бирле Өфөлә. Миҙгел алды турнирында ҡатнашты ул. Шуғамы, чемпионаттың беренсе осрашыуында ла үҙен хужаларса тотто. Беҙҙең хоккейсыларға баш ҡалҡытырға ла ирек бирмәй, ҡунаҡтар бер-бер артлы һөжүм итеп кенә торҙо. Уйын башланыуға биш минут та үтмәне, юлаевсы Илья Зубов үҙ зонабыҙҙа тупаҫ хаталанды. Шуны ғына көткән “адмиралдар” ҡаршы яҡҡа елдерҙе! Өсәүләп бер-береһенә пас бирә-бирә, беҙҙең һаҡсыларҙың башын әйләндереп, ҡапҡабыҙға тәүге голды индереп тә ҡуйҙылар...
Етмәһә, алдынғы “өс тағаныбыҙ” Умарк, Кемппайнен, Хартикайнендың эше алға барманы ла ҡуйҙы. Шул саҡта иң һуңғы – дүртенсе – звено үҙ һүҙен әйтте. Евгений Коротков менән Вячеслав Солодухин көйәрмәндәрҙең ышанысын аҡланы. Осрашыу һуңында Филип Ларсен иһә уңышты нығытып ҡуйҙы – 3:1. Тир түгеп яуланған еңеү булды был.