Себеште... яҙ һанарбыҙ22.08.2017
“Хәйерле юл, юлаевсылар!” Яҡташ хоккейсыларға шулай тибеҙ, сөнки бөгөн улар сираттағы миҙгелде аса. Өфөгә тәүге уйынға Владивостоктан “Адмирал” килде.
Дөрөҫөн әйткәндә, Алыҫ Көнсығыш спортсылары баш ҡалабыҙҙа Башҡортостан Республикаһы кубогына уҙған ярыштан ҡайтып та торманы. Йома көндө турнир тамамланды, ә шишәмбе миҙгелдең беренсе уйыны була бит. Өҫтәүенә юл сығымы ҡыйбат...
Әйткәндәй, ике команда өсөн дә уңышлы булманы кубок өсөн көрәш. Юлаевсылар Татарстан хоккейсылары үҙҙәренең һуңғы өсөнсө матчында отолған осраҡта ғына еңеүгә өмөтләнә ала ине. Әммә ҡунаҡтар төш мәлендә үк “Адмирал”ды ҡыйратып, бурыстарын үтәп тә ҡуйҙы. Киске уйынға сыҡҡанда быны белгәнгәме, беҙҙекеләр хәл иткес осрашыуҙа “Лада”ға отолоп ҡуйҙы – 1:2. Һөҙөмтәлә турнир еңеүсеһе – “Нефтехимик”, өфөләр – икенсе урында.
Ләкин күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ, йәнә Гагарин кубогы өсөн көрәш башлана. Ә себеште яҙ – плей-офф ваҡытында – һанарбыҙ.