Һеҙҙе “Көмөш мөгөҙсөк”тә көтәләр15.08.2017
Һеҙҙе “Көмөш мөгөҙсөк”тә көтәләр Ялығыҙҙы ҡайҙа үткәрергә белмәй баш ватаһығыҙмы? Ҡаланан йыраҡ та булмаған, экологик йәһәттән дә таҙа һәм саф һауалы ерҙә урынлашҡан ял базаһы эҙләйһегеҙме? Тимәк, һеҙгә мотлаҡ Иглин районының Алатор ауылындағы “Көмөш мөгөҙсөк” туристик комплексын барып күрергә кәрәк.
Баш ҡаланан ҡуҙғалып китеүебеҙгә бер сәғәт тә үтмәне, тәбиғәттең хозур мөйөшөндә ятҡан “Көмөш мөгөҙсөк”кә килеп тә еттек. Утыҙ кешегә иҫәпләнгән ҡунаҡханаһы, рестораны заманса төҙөкләндерелгән, зауыҡ менән биҙәлгән. Тирә-яғы ла ялт итеп тора. Күҙҙең яуын алып торған сәскәләр, үҙенсәлекле ландшафт дизайны былай ҙа матур, төҙөк комплексҡа үҙенсәлекле йәм өҫтәй. Ресторанында ла ниндәй генә ризыҡтар тәҡдим итмәйҙәр. Теләйһең икән — башҡорт, теләйһең икән, башҡа милләт халыҡтарының аш-һыуҙарын тәмләп ҡарарға мөмкин.
Һеҙҙе “Көмөш мөгөҙсөк”тә көтәләрӘйткәндәй, бында туристар ғына туҡталмай. “Көмөш мөгөҙсөк”тә юби­лейҙар, туйҙар үткәреү өсөн дә банкет залдары бар. Ҡунаҡтар өсөн ял итеү йорттары, мунса төҙөлгән. Ә туристик комплекс янындағы күл үҙе бер хозур ял урыны. Теләгәндәр балыҡ та тота, кәмәлә лә йөрөй, шашлыҡ та бешерә, туйғансы һыу ҙа инә ала. “Көмөш мөгөҙсөк” хужалары хатта ҡыҫалаһын да үрсетә. Һунар итергә әүәҫтәргә лә бында күңелле буласаҡ. Сөнки “Тим-бул-а” һунарсылыҡ биләмәһе нәҡ шундайҙарға тәғәйенләнгән.
Һеҙҙе “Көмөш мөгөҙсөк”тә көтәләр— Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килеп ял итәләр. Бер килгәндәр ҡабат-ҡабат килә. Рәхмәт әйтеп ҡайтып китәләр. Беҙҙең өсөн ошо инде иң ҙур баһа. Ә ял итеүселәргә һәр ваҡыт иғтибарлы һәм ихтирамлыбыҙ. Беҙ бит халыҡ менән эшләйбеҙ. Шуға хеҙмәткәрҙәргә лә талап бик юғары, — ти “Көмөш мөгөҙсөк” турис­тик комплексының директоры Наил Әхиәров.
Ысынлап та, коллективта эшләгән һәр кем — үҙ эшенең оҫтаһы. Кемдер таҙалыҡ, кемдер аш-һыу, кемдер тирә-яҡтағы тәртип өсөн яуаплы. Пландары ла ҙур эшҡыуарҙың. Киләсәктә йәнә лә 20 урынлыҡ ҡунаҡхана төҙөмәксе. Ҡояшта ҡыҙыныу урыны, каток, балаларға уйын майҙансыҡтары эшләп ҡуйырға ла иҫәбе бар хужаның.
— Эш эш менән, әммә халыҡ ял да итергә тейеш бит. Ҡайһы берәүҙәр сит илдәргә ҡарағанда үҙебеҙҙәге туристик комплекстарға өҫтөнлөк бирә. Һәм яңылышмай, минеңсә. Үҙебеҙҙә лә, рәхәтләнеп ял итергә мөмкин. Балыҡ тотоу, һунар итеү, мунса инеү — үҙе бер ял, миңә ҡалһа. Ғөмүмән, һайлау мөмкинлеге булыу — туризмдың үҫеш мөмкинлеге ул, — тигән фекерҙә Наил Әғзәм улы.


Вернуться назад