“Ай, Уралым...” рухташтарын көтә!11.07.2017
“Ай, Уралым...” рухташтарын көтә!13 – 16 июлдә Башҡортостандың гүзәл төбәктәренең береһе – Европа һәм Азия киңлектәрен берләштергән оло ерҙә, Учалы районының Ғәҙелша ауылы янында “Ай, Уралым, Уралым!” республика этнофестивале уҙасаҡ.


Беренсе тапҡыр үткән мәртә­бәле сараны Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Учалы районы хакимиәте ойоштора. Этнофестиваль тарихи тамырҙа­рыбыҙҙы барлап, милли булмы­шыбыҙҙы билдәләү, йәш быуынды илһөйәрлек, телһөйәрлек рухында тәрбиәләү, һәр заманда хаҡлыҡ булып яңғыраған Урал батыр аманатын ҙурлау, йыр-йолала­ры­быҙ­ҙы һанлау, боронғо кәсеп-шөғөл­дәребеҙҙе тергеҙеү, заман йө­ҙөн­дә милли асылыбыҙ барлы­ғын иҫбатлау маҡсатында үткәрелә.
Яйыҡ, Иҙел, Миндәк йылғалары ҡушылған бай тарихлы Баҡшай ерлегендә уҙасаҡ йыйында республиканың төрлө ҡала һәм райондарында, сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ, төрки ҡәрҙәштәребеҙ һәм башҡа халыҡ вәкилдәре ҡатнашасаҡ. “Ай, Уралым...” рухташтарын көтә!
Баҡшай (Бағышай) – алты мең йыллыҡ тарихы булған серле ҡаласыҡ, Урал ерен төйәк иткән боронғо ҡәүемдәр аманаты – халҡыбыҙҙың изге ҡомартҡы­ла­рының береһе. “Ай, Уралым, Уралым!” этнофес­тиваленең дә тап ошо киңлектә үтеүе осраҡлы түгел. Тарихыбыҙҙың тауышын ишетер, бөгөнгөбөҙҙөң йөҙөн күрһәтер һәм иртәгәһе көнөбөҙгә ҡарашыбыҙҙы билдәләр сара­ларҙың береһе ул.
Өс көн дауамында барасаҡ фестивалдә башҡорт халыҡ йыр­ҙарын һәм бейеү көйҙәрен сәхнәгә сығарған “Сал Ирәмәл ауазы” этноколлективтар, үҙ исемдәре ме­нән бергә ил күрке булыуҙарын иҫбатлаясаҡ башҡорт егеттәренең “Урал батыр тоҡомдары”, боронғо кәсеп-шөғөлдәрҙе тергеҙеүсе халыҡ оҫталарының “Семәр” милли кейем һәм ҡул эштәре бәй­ге­ләре уҙғарыласаҡ. Этнофес­ти­валдең үҙенсәлекле һәм мәртә­бәле сараларының береһе – “Мәр­гән уҡсы-2017” бәйгеһе. Һуңғы ваҡытта дәррәү күтәрелгән республика мәргәндәренең икенсе йыйынында, Баш­ҡортостандан тыш, Мәскәү, Омск, Силәбе, Орск ҡалаларынан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙ­с­тан, Беларусь республикаларынан йөҙҙән артыҡ уҡсы ҡатна­шыуы күҙаллана. Быйыл был оло бәйге өс йүнәлештә – уҡ атыу, һы­бай уҡ атыу һәм илебеҙҙең уҡ­тан оҫта атыусы 12 мәргәне менән бергә күрше төбәктәрҙән, сит ил­дәрҙән килгән уҡсылар ара­һында ойошторолған “Евразия кубогы” өсөн ярыш булараҡ – уҙға­рыла. Фестиваль бәйгелә­рендә ҡатна­шыу­сыларға һәм еңеүсе­ләргә дипломдар, ҡиммәтле бүләк­тәр тап­шы­рыласаҡ. Бәйгеләр ме­нән бер рәттән, ҡул эштәре күргәҙ­мә­ләре, йәрминкәләр эшләйәсәк.
Бынан тыш, фестиваль көндә­рендә Ҡарас сәсәндең тыуған ере – Наурыҙ ауылына, боронғолоҡ эҙҙәрен һаҡлаған Ахун ауылы янындағы мәңгеташтарға (менгир­ҙарға), Йәшмә тауына, Ирәмәлгә туристик сәйәхәттәр ойошторо­ласаҡ. Баш ҡалала йәшәгәндәр туристик маршруттар менән дә файҙалана ала. Тағы шуныһы: “Ай, Уралым, Уралым!” – айыҡ фес­тиваль, спиртлы эсемлектәр һатыу һәм ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.
Этнофестивалгә килергә теләү­селәр, сараның тәбиғәт ҡосағында булыуын күҙ уңында тотоп, ашау һәм йәшәү кәрәк-яраҡтарын үҙҙәре хәс­тәрләй.



Вернуться назад