Күптән түгел республикала инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса чемпионат тамамланды.
20 – 23 июндә Ләмәҙ йылғаһы ярына 20 команда, йәғни 100-ҙән ашыу кеше, рух ныҡлығын һынап ҡарарға тип турслетҡа йыйылды.
Ярыштар дүрт йүнәлеш буйынса барҙы. Спортсылар һыуҙа, йәйәүлеләр туризмы юлында, тәғәйен урында йүнәлеште билдәләү йәһәтенән һәм коляскаларҙа көс һынашты. Һауа шарттары трассаларҙы тағы ла ҡатмарлаштыра төштө, әммә ярышта ҡатнашыусылар ҙа, тамашасылар ҙа баҙап ҡалманы.
Ләмәҙ ҡырыҫлығын күрһәтте: тулы һыулы йылғала ағым да көслө ине. Трассалағы ҡапҡаларҙы, спортсылар ултырған катамарандарҙы тәғәйен маршруттан бер нисә тапҡыр ағыҙып алып китте йылға. Ағымға ҡаршы йөҙөү ҙә еңелдән булманы. Тамашасылар һәр команданы борсолоп күҙәтте, туҡтауһыҙ дәртләндерергә тырышты. Һыу юлында еңеп сығыу өсөн туристарға бар оҫталығын күрһәтергә, ҙур тырышлыҡ һалырға тура килде. Һөҙөмтәлә беренсе урынды Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһына ингән Иглин район бүлексәһе командаһы яуланы.
Йәйәүлеләр туризмы трассаһын үтеү ҡыйынға тура килде. Урманда көслө ямғыр ҡойғайны. Коляскалар һәм костылдәр ергә батты, дымлы арҡандар шыуғалаҡ ине. Ҡатнашыусылар бер-береһенә ярҙамға ашыҡты. Коляскалағыларҙы күтәрҙеләр, ҡулдары көсһөҙ булғандарҙы карабин менән тәьмин иттеләр. Был йүнәлештә лә иглиндәр алдынғылыҡты бирмәне.
Коляскаларҙа ярышыу айырыуса ҡыҙыҡлы булды. Бында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Руслан Хәлилов, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Күгәрсен командаһы өсөн сығыш яһаған Зинира Садиҡова беренсе урынды алды.
Кискә табан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында уҙғарылған туризм буйынса чемпионатты ябыу тантанаһы үтте, еңеүселәр бүләкләнде. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса командалар араһында беренсе урын иглиндәрҙә, икенсе – Өфө йорт-интернатында, өсөнсө урын – күгәрсендәрҙә.
Туризм буйынса ярыштарҙан тыш төрлө бәйгеләр ойошторолдо. Лагерҙар конкурсында – Баймаҡ ҡалаһы һәм районы бүлексәһе, ә поход аш-һыуҙары конкурсында Благовещен районы бүлексәһе беренсе урынға лайыҡ булды. Турслет дискотека менән тамамланды.