Өмәләр һаман бара04.07.2017
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе әүҙемдәре “Ирәмәл” тәбиғәт паркы биләмәһендә өмә үткәрҙе: туристарҙан ҡалған сүп-сарҙы таҙартты. Ойошманың республикалағы “Генераль йыйыштырыу” экология проекты координаторы Морат Шафиҡов билдәләүенсә, Ирәмәл тауындағы сүп-сар кешеләрҙең экологик мәҙәниәте булмауы тураһында һөйләй.

– Үҙенсәлекле флора һәм фауна, риүәйәттәр менән солғап алынған бөйөк Ирәмәл тауҙары бөтә ил туристарын үҙенә йәлеп итә, – ти Морат Шафиҡов. – Туристик миҙгел һайын тау түбәһенә бер нисә мең кеше үрләй. Тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре уларҙың һәр ҡайһыһы артынан йыйыштырып өлгөрмәй. Биләмәне тәртиптә тотоу өсөн ял итергә килгән һәр кемдең артынан үҙ сүп-сарын алып китеүе генә кәрәк.
Ирәмәлдәге өмә – Халыҡ фронты вәкилдәренең Башҡортостандың тәбиғи парк биләмәләрен таҙартыу буйынса икенсе акцияһы. Быға тиклем улар студент отрядтары менән берлектә “Таҙа яр” акцияһын уҙғарғайны һәм Ҡандракүл буйын тәртипкә килтерҙе.
Бынан тыш, Белорет ҡалаһы биләмәһендә ике законһыҙ сүплекте юҡ иттеләр. Ҡыйлыҡ урыны Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “Генераль йыйыштырыу” проектының интерактив картаһында билдәләнгәйне. Республика халҡы kartasvalok.ru сайтында бөтәһе 137 законһыҙ сүп-сар өйөлгән объект хаҡында белдерҙе. Бөтә мәғлүмәттәр буйынса башҡарма һәм муниципаль власть органдарына, контроль-күҙәтеү органдарына мөрәжәғәттәр йүнәлтелгән.
Белорет халҡы сүплектәрҙең интерактив картаһын төҙөү буйынса башланғысты дәррәү күтәреп алды. Улар ошо объекттарҙы билдәләп кенә ҡалманы, бысратылған биләмәләрҙе таҙартыуҙа ла ҡатнаша.


Вернуться назад