Ҡайҙа ял итәбеҙ?04.07.2017
Күптән түгел Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты халыҡҡа “Йәйгеһен ялдың ниндәй төрөнә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?” тигән һорау менән мөрәжәғәт итте. Респонденттарҙың яртыһынан күберәге үҙебеҙҙә көс туплауҙы хуп күрә икән.
Яуап биреүселәрҙең 28,6 проценты һыу ятҡылыҡтарында ял итергә ярата. 21,4 проценты экстремаль төр өсөн тауыш биргән. Туризмға өҫтөнлөк биргәндәрҙең йылдан-йыл артыуы билдәләнә. Мәҫәлән, былтыр Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәтендә 320-нән ашыу төркөм теркәлгән, улар араһында 2,5 меңе — балалар.
Яуап биреүселәрҙең 20 проценты сит илгә барыуға өҫтөнлөк бирә, 14,3 проценты баҡсала, ҡала шау-шыуынан алыҫта ял итеүҙе һайлай, 4,8 проценты буш ваҡытты телевизор алдында үткәреүҙе хуп күрә. Мәҙәни ялға — музейҙарға, күргәҙмәләргә, иҫтәлекле урындарға йөрөүгә килгәндә, уға ихтыяж аҙ — ни бары 2,4 процент.