“Салауат”тың көйәрмәндәренә – Радуловтан рәхмәт10.04.2012
“Салауат”тың көйәрмәндәренә – Радуловтан рәхмәт“Cалауат Юлаев” хоккей командаһының плей-офтың тәүге уйындарында уҡ Ҡазандың “Аҡ барыҫ”ына баш һалыуын һәм Гагарин кубогы өсөн көрәштән төшөп ҡалыуын бөгөн бөтәһе лә белә. Шуға ла көйәрмәндәрҙе иң тәүҙә команданың киләсәге, тренерҙар штабындағы, уйынсылар составындағы үҙгәрештәр ҡыҙыҡһындыралыр. Ни тиһәң дә, “Салауат” – Континенталь хоккей лигаһында республикабыҙ исеменән сығыш яһаған берҙән-бер команда.
Иң тәүҙә, әлбиттә, Гагарин кубогына көрәш барышы тураһында һүҙ йөрөтөү яҙыҡ булмаҫ. Көнсығыш конференцияһынан финал уйындарына Силәбенең “Трактор”ын ауырлыҡһыҙ тиерлек үткән Омскиҙың “Авангард”ы сыҡты. Нисек кенә ғәжәп күренмәһен, беҙҙе теҙ сүктергән “Аҡ барыҫ” та киләһе раундта уҡ көрәштән төшөп ҡалды. Шулай уҡ “Барыҫ”ты еңеүгә күп көс сарыф иткән Магнитогорск “Металлург”ы уйынсыларының яҙмышы ла уныҡына оҡшаш. “Югра” менән “Амур”, “Салауат” кеүек үк, плей-офтың тәүге раундында уҡ “сығып осто”.
Шулай уҡ Көнбайыш конференциянан да финал уйындарына сығыусы команда асыҡланды. Күп белгестәр еңеү фараз иткән һәм әлеге мәлдә иң ҡеүәтлеләрҙән һаналған “СКА” дүрт уйында Мәскәүҙең “Динамо”һына теҙ сүкте лә ҡуйҙы. Былтыр “Атлант”ҡа көмөш миҙал килтергән һәм һуңынан ҡулына Санкт-Петербург командаһының “дилбегәһен” алған Милош Ржига ла уларға ҡаршы әмәл тапманы. Киреһенсә, һуңғы уйында Мәскәү уйынсылары “СКА”ны 6:1 иҫәбе менән тар-мар итеүгә өлгәште. Иң таһыллы һәм, береһенә лә сер түгел, бай уйынсыларҙан торған бәһлеүән (юҡҡа ғына уны “йыйылма команда” тип атамағандарҙыр), шулай итеп, “балсыҡ аяҡлы” булып сыҡты. Белгестәр фекеренсә, быға команданың үҙ көсөнә артыҡ ышаныуы сәбәпсе булған. Ни тиһәң дә, йыл буйы финанс йәһәтенән ҡатмарлылыҡтар кисергән “ЦСКА” менән яңы миҙгелдә составы тулыһынса яңырған “Атлант” уға лайыҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә алманы. “Динамо” менән дә шулай булыр тип уйланылар, ахыры...
“Салауат”ҡа килгәндә, быйылғы еңелеүҙән һығымта яһалған, буғай. Генераль менеджер Олег Гросс та, баш тренер Венер Сафин да тап шулай тип белдерҙе. Улар бөтә көстөң хоккейға ҡағылмаған йүнәлештә сарыф ителеүен уңышһыҙлыҡтың төп сәбәбе тип атаны. Ысынлап та, “ҡара октябрҙә” уйынсыларҙы хоккей түгел, ә башҡа нәмәләр ҡыҙыҡһындырғанын көйәрмәндәр бигерәк асыҡ тойҙо. Әммә улар ҙа уйламағас, хоккей тураһында кемдәр баш ватырға тейеш һуң?!
“Команда яңырасаҡ, йәшәрәсәк. Беҙгә еңеүҙәргә һыуһаған уйынсылар кәрәк”, – тип белдерҙе Олег Гросс. Быны клуб раҫлай башланы ла инде: “Салауат”тан Константин Кольцов, Игорь Радулов, Денис Платонов, Петр Счастливый һәм хатта капитан Виктор Козлов та китте. Клуб етәкселеге һаҡсы Вилле Койстинен, ҡапҡасы Виталий Колесник һәм ҡапҡасылар тренеры Иляри Някель менән дә килешеүҙе өҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте. Шулай уҡ беҙҙән Сергей Ғимаевтың китеүе тураһында ла хәбәр йөрөй.
Олег Гросс белдереүенсә, быйылғы “Салауат”ты, Вячеслав Быков ҡулы аҫтында уйнаған команда кеүек, “йондоҙҙар” тәшкил итмәйәсәк. Йәғни Өфөгә “йондоҙ-уйынсылар”ҙы саҡырыу көтөлмәй. “Ул 2008 йылғы команда кеүегерәк буласаҡ”, – тине етәксе.
“Салауат”тың төшөп ҡалыуына Континенталь хоккей лигаһының төп йондоҙо Александр Радулов артыҡ бошонманы, буғай. Беҙгә күскәнгә ҡәҙәр сығыш яһаған “Нешвилл” командаһына кире ҡайтырға ҡарар итте ул. Был бер нисә көнгә Төньяҡ Американың спорт баҫмалары өсөн иң мөһим яңылыҡҡа әүерелде.”Нешвилл”дың генераль менеджерының Радуловты аэропорттан шәхсән ҡаршылауы ла күпкә ишара! Уйынсы ышанысты тәүге көндән үк аҡлай башланы: осрашыу һайын тиерлек шайба “сәпәй”. Эх, Саша, беҙҙә, плей-офта шулай уйнаһаңсы, тип өндәшке килә лә бит... Үкенес, әммә Радулов “Салауат”ҡа ҡайтырмы – әлегә билгеһеҙ. Уйынсы үҙенең сираттағы интервьюһында беҙҙең көйәрмәндәр тураһында бик йылы һүҙҙәр әйткән. “Улар минең күңелемдә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Өфөлә ысын көйәрмәндәр бик күп. Ошо дүрт йыл дауамында улар һәр саҡ миңә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Ундай мәлдәрҙе бер ҡасан да онотмайһың инде. Шуға күрә бөтәһе өсөн дә һәр береһенә оло рәхмәт һүҙҙәре еткерәм!”– тигән уйынсы.
Тағы бер яңылыҡ: быйыл Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты үтә. Был мәлдә юлаевсылар Шпенглер кубогына турнирҙа ҡатнашасаҡ.
Әйткәндәй, Йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаған “Толпар” ҙа плей-офф уйындарында иҫ китерлек уңыш күрһәтә алманы. Юғары хоккей лигаһында уйнаусы Нефтекаманың “Торос”ы ғына ҡыуандыра. Әле ул, күптәр еңеүсе булыр тип күрәҙәләгән “Донбасс” командаһын серияла 4:0 иҫәбе менән ҡыйратып, финалға үтте. Имеш-мимештәрҙән асыҡланыуынса, “Донбасс” киләһе йылдан Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаясаҡ. Шуға ла был еңеү Нефтекама хоккейсыларына мәртәбә өҫтәй.
Тағы бер шәп яңылыҡ: Азамат Моратов регуляр миҙгел һөҙөмтәләре буйынса “Baltic Media Alliance” медиахолдингы тарафынан “Континенталь хоккей лигаһының иң яҡшы комментаторы” тип аталған. Был ғәжәпләндермәй ҙә, сөнки беҙҙекеләр боҙға сыҡҡанда Азаматтың “зәңгәр экран”дан яңғыраған тауышын башҡаларҙыҡы менән бутау мөмкин түгел. Уны ысын күңелдән ҡотларға ғына ҡала! Афарин!
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад