Республиканың күп төбәктәрендә киң яҡлау һәм хуплау тапҡан урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы үҙенең заман талаптарына тулыһынса яуап биргәнлеген йылдан-йыл анығыраҡ раҫлай. Берҙән, ул халыҡты йәмәғәт үҙидараһына, барыһына ла ҡағылған проблемаларҙы хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнашыуға йәлеп итһә, икенсенән, дөйөм мәнфәғәт өсөн кәрәкле эштәрҙе тәү сиратта башҡарыуға этәргес булараҡ та ҙур әһәмиәткә эйә.
Программаға ҡала 2016 йылда ҡушылған. Был йүнәлештәге сараларҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу хакимиәттең даими иғтибар үҙәгендә тора. Былтыр конкурста еңеп сыҡҡан биш проект уңышлы тормошҡа ашырылһа, ағымдағы йылда баһалауға 20 башланғыс тәҡдим ителеп, шуның 14-е хупланды. Улар башлыса социаль инфраструктураны яҡшыртыуҙы һәм үҫтереүҙе үҙ эсенә ала. Шуға ла граждандарҙың был программала ҡатнашыуға дәғүә иткән объекттарҙы билдәләүгә бағышланған йыйылыштарын сифатлы итеп әҙерләү һәм тейешле кимәлдә үткәреү ҙур әһәмиәткә эйә. Бының өсөн теге йәки был биҫтәлә, ҡала округына ҡараған ауылдарҙа йәшәүселәр программа хаҡында ныҡлы хәбәрҙар булырға, бер үк ваҡытта үҙҙәрендә хәл итергә кәрәкле проблемалар тураһында белергә тейеш. Хакимиәттең тейешле бүлектәре етәкселәренә һәм яуаплы хеҙмәткәрҙәренә, депутаттарға ошо йәһәттән мөһим бурыс йөкмәтелә. Төрлө мәғлүмәт технологиялары киң таралыу алған заманда, әлбиттә, уларҙы маҡсатҡа ярашлы ҡулланыу ҙа ярҙам итә. Шуға ла ҡалала урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмө материалдары әүҙем файҙаланыла, хакимиәттең рәсми сайтында махсус асылған биткә тейешле норматив-хоҡуҡи документтар тупланған, бында шулай уҡ сара барышы тураһында мәғлүмәттәр даими яңыртылып тора, уларҙы дәлилләгән фотоһүрәттәр ҡуйыла. Урындағы телевидение каналдары, “Красное знамя” ҡала гәзите халыҡ башланғыстарын тормошҡа ашырыу барышын яҡтыртыуға тейешле иғтибар бирә. Бөтә был эштәрҙең һөҙөмтәһе быйылғы программаға инергә дәғүә иткән тәҡдимдәр һанының ике тиҫтәнән артып китеүендә лә сағылыш таба.
Быға тиклем тормошҡа ашырылған башланғыстарға килгәндә, былтыр ҡала округы буйынса 5 миллион һумға яҡын сығым талап иткән эш башҡарылған. Ә кешеләрҙең шатлығы, үҙҙәре күтәреп сыҡҡан мәсьәләләрҙең тулыһынса хәл ителеүе менән бергә йыйған аҡсаларының дөйөм мәнфәғәткә хеҙмәт итеүен күреү ҡыуанысы бынан да ҡиммәтерәк түгелме ни?! “Көнсығыш-4” биҫтәһенең Таһир Кусимов урамында физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ҡулайлаштырылған ҡорамалдар ҡуйылған спорт-уйын майҙансығы, Әмзә мәктәбендәге тулыһынса яңыртылған “Ҡышҡы баҡса” һәм Энергетик ауылындағы балалар майҙансығы киләсәк быуын тураһында хәстәрлек күреү булһа, Әмзәләге спорт залы менән Леонид Кудрявцев исемендәге стадионды төҙөкләндереү халыҡтың сәләмәтлеген ҡайғыртыу маҡсатын күҙ уңында тота. Һәр ҡайһыһының хаҡы бер миллион һумдан ашыуыраҡ булған был проекттарға талап ителгән сумманың күпселек өлөшө бюджеттан бүленгән ярҙам иҫәбенә ҡапланһа ла, уларҙың һәр береһен тормошҡа ашырыу өсөн урындағы халыҡтың 50-60-шар мең һум йыйып өҫтәүе маҡтауға ғына лайыҡ.
Айсар ҮҘӘНБАЕВ.