Спортҡа иғтибар арта16.06.2017
14 июндә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Затон биҫтәһендәге Спорт әҙерлеге үҙәгенең төҙөлөшөнә һәм уның артабанғы эшмәкәрлегенә бәйле кәңәшмә үткәрҙе. Унда Хөкүмәт ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомство етәкселәре, спорт ойошмаһы вәкилдәре, заказсылар ҡатнашты.
Республика Башлығы билдәләүенсә, объект менән танышҡан ваҡытта асыҡланған етешһеҙлектәрҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтөрөү зарур. Был төҙөлөш эштәренә лә, яҡын-тирәләге биләмәне төҙөкләндереүгә лә ҡағыла.
Кәңәшмә барышында төҙөлөштөң сифаты, үҙәктең артабанғы эшмәкәрлеген ойоштороу һәм финанслау мәсьәләләре тураһында фекер алышынды.
– Бөгөн беҙҙе үҙәктең артабанғы үҫеш перспективалары ла борсой. Яҡын арала объектты тулыһынса эксплуатацияға тапшырырға тейешбеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.