Дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы14.06.2017
Дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионыКөс һәм таһыллыҡ, еңеүгә ынтылыш һәм алдыңа ҡуйған маҡсат булғанда ғына оло еңеүҙәргә өлгәшеү мөмкинлеген бәләкәйҙән яҡшы аңлай Азамат. Ун ике йәшендә кикбоксинг менән шөғөлләнә башлаған спортсы көсөргәнешле ярыштарҙа йыш ҡатнаша. Өләсәһе һәм ҡартатаһы тәрбиәһендә үҫкән спортсы тәүге осорҙан уҡ ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә.
Тренеры Хәлит Һибәтуллин һәләтле тәрбиәләнеүсеһен шунда уҡ күреп ҡала, уны бар яҡлап үҫтерергә тотона. Иң мөһиме – көрәш ҡомарының булыуы мотлаҡ, шул сағында ғына уңышҡа өлгәшеп була, ти ул. Ә Азаматта, теләк һәм дәрттән тыш, ҙур сәм дә бар. Ул яулаған еңеүҙәр менән ҡәнәғәтләнеп ҡала торғандарҙан түгел, шуға күрә уңыштары ла ҙурҙан.
Кикбоксинг тормош ауырлыҡтары алдында ҡаушап ҡалмау, ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булыу сифаттарын тәрбиәләй. Бөгөн уның төрлө төрҙәре бар, әммә һәр ярыш үҙенсәлекле булыуы менән айырылып тора.
Донъяның төрлө илдәрендәге спорт майҙандарында Сибай егете Азамат Мусин Башҡортостан һәм Рәсәй данын яҡлай. Ул – халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Европа, дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы. Көҙөн Бразилияла үтәсәк донъя чемпионатында көс һынашырға әҙерләнә.
Азамат еңеүҙәрен һәр саҡ яратҡан кәләше Алһыуға, улы менән ҡыҙына бағышлай.


Вернуться назад