Туймазы районында ҡышҡы спорт төрҙәренә, балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға, мәктәптәрҙә физик тәрбиә биреүгә ҙур әһәмиәт бүленә.
— Беҙ 2008 — 2012 йылдарға хоккейҙы үҫтереү буйынса программа ҡабул иткәйнек, — ти йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Ринат Зарипов. — Инвесторҙарҙы ла йәлеп итергә тырышабыҙ. Ни тиһәң дә, спорттың был төрө ярайһы ғына сығым талап итә. Быйыл районда 16 хоккей ҡабы йыһазландырылды. Был эштән ауыл мәктәптәре лә ситтә ҡалманы — Илсембәттә, Иҫке Туймазыла, Татар-Олҡанда, Түбән Троицкиҙа, Туҡтағолда үҙҙәренең һырғалаҡтары бар. Ә ҡалала бер нисә хоккей майҙаны йәш уйынсылар ҡарамағына бирелгән. Быйыл халыҡ йәшәгән урында физкультура һәм һауыҡтырыу эшен йәйелдереү, балалар һәм үҫмерҙәрҙе хоккей уйнауға йәлеп итеү маҡсатында “Ихата чемпиондары лига”һын ойошторҙоҡ. Яңы йылдың тәүге айында йәш уйынсыларҙың “Алтын шайба” турнирын үткәрҙек. Унда 13 команда ҡатнашты. Шулай дөйөм тырышлыҡ һәм хәстәрлек менән хоккей районда абруй ҡаҙанды. Беҙ былтыр ауыл спорт уйындары спартакиадаһында яҡшы һөҙөмтә күрһәткәнебеҙ өсөн 100 мең һумлыҡ грант менән бүләкләнгәйнек. Шул аҡсаны үҫмерҙәр командаһы өсөн хоккей формаһы һатып алыуға тотондоҡ. Собханғол ауыл Советы хакимиәте лә йәш хоккейсыларҙы кейендереү өсөн үҙ бюджетынан 100 мең һум бүлде. Шулай уҡ “Олимпиец” спорт клубының “Спартак” командаһы ла быйылғы турнирҙа яңы формала уйнай.
Әлбиттә, шайбалы хоккей һәм коньки спорты яҡшы үҫеш алһын өсөн, боҙ майҙандарын тағы ла күберәк төҙөргә кәрәк. “Спартак” стадионындағы ҡоролма ғына ихтыяжды ҡаплай алмай, күнекмәләр үткәреү өсөн унда һәр командаға һанаулы ғына минуттар бүленә. Шуны күҙ уңында тотоп, стадионда тағы бер хоккей ҡабын ҡороп ултыртырға йыйыналар. Ҡазанда сығарылған әҙер пластик йыһаздар 800 мең һум тора икән. Уны йыйыу күп ваҡытты алмаясаҡ.
Туймазыла трибунаһы 800 кешегә иҫәпләнгән ябыҡ боҙ һарайы төҙөлә. Быйыл көҙ ул файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Ул саҡта шайбалы хоккей районда яңы һулыш аласаҡ. Муниципаль властың сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаған балаларға ҡышҡы спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы шарттар булдырырға тырышыуы хуплауға лайыҡ.
Шуны өҫтәп әйтергә кәрәк: тау-саңғы спортын үҫтереүҙә лә Туймазы республикала алдынғылар сафында. Ҡандракүл буйында шундай комплекс ике йыл элек асылғайны. Заманса ҡоролма инвесторҙар — “Уралтехнострой-Туймазыхиммаш” акционерҙар йәмғиәте иҫәбенә төҙөлгән. Ғәжәйеп шул комплекста тау саңғысылары өсөн 387 һәм 452 метр оҙонлоғондағы ике трасса эшләй. Кемдең оҫталығы яҡшыраҡ — текәрәк юлды, ә тау саңғыһына яңы аяҡ баҫҡан балалар һөҙәк трассаны һайлай.
— Беҙ “Ҡандракүл” комплексы базаһында үҙебеҙҙең чемпиондарҙы тәрбиәләргә теләйбеҙ, — ти Ринат Марс улы. — Президент Указына ярашлы, бында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбен асыу өсөн тейешле база булдырылды. Әлегә унда Ҡандра ауыл Советы биләмәһендәге мәктәптәрҙән йәш саңғысыларҙы ҡабул итәбеҙ. 15 кешегә спорт комплекты алып ҡайттыҡ та инде. Һәләтле балалар менән Красноярскиҙан килгән тренер-педагог, тау саңғыһы буйынса спорт мастеры, заманында илдең йыйылма командаһында сығыш яһаған Юрий Акимов шөғөлләнәсәк. Уның менән ете йылға килешеү төҙөнөк. Беҙҙең йәш спортсылар профессиональ тренер ярҙамында тау саңғыһында һәм сноубордта шыуырға оҫтарып алһа, һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ, тип уйлайбыҙ.
Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Туймазы районы.