Беләһеңме?07.04.2012
- Барыбыҙ ҙа яратып уйнаған футболдың тыуған ере – Англия. Футбол – инглиз һүҙе.
Беҙҙеңсә “аяҡ тубы” тигәнде аңлата. Әммә Англияға ҡәҙәр ике мең йылдар элек үк боронғо Ҡытайҙа, Грецияла, Римда уға оҡшаш уйын булған. Әкренләп ул Европаның башҡа илдәренә таралған.
Хәҙерге футболдың ҡағиҙәләре 1863 йылда Англияла ҡабул ителгән. 1963 йылда миллиондарса футбол һөйөүсе уның йөҙ йыллыҡ юбилейын байрам итә. Рәсәйҙә был уйынды XX быуат баштарында индергәндәр.
- Олимпиада миҙалдары хаҡында белмәгән кеше юҡтыр. Өсөнсө урынға – бронза, икенсегә – көмөш миҙал. Беренсе урынға ла… көмөш миҙал тапшырыла, тик уға ҡалын итеп алтын ялатыла (6 грамдан кәм түгел).
- Күп быуатлыҡ олимпиадалар тарихында бер генә ҡатын-ҡыҙ, ҡағиҙәне боҙоп, уйынды ҡарарға килә. Ференика исемле был ҡатын күренекле ҡул һуғышсыһының ҡыҙы була. Ул үҙенең улын күнектерә. Егет олимпиадаға киткәс, әсәһе лә, гимнастика уҡытыусыһының кейемен кейеп, уның артынан бара. Ярышта улы еңеп сыға. Әсәһе шатлығынан, һаҡ булырға кәрәклеген дә онотоп, улын ҡосаҡлап ала. Барыһы ла уның ҡатын кеше икәнлеген һиҙеп ҡала. Әсәне язалап үлтерергә тейеш булалар. Әммә тамашасылар уны яҡлап сыға һәм әсә иҫән ҡала. Шунда уҡ ҡарар сығаралар: атлеттарҙың тренерҙары уйындар ваҡытында махсус кәртә артында бөтөнләй яланғас ултырырға тейеш була.