Майамиҙан – еңеү менән07.04.2012
Салауат ҡалаһының йәш хоккейсылары Майами ҡалаһындағы турнирҙан чемпион булып ҡайтты.
Бер нисә уйынды салауаттар Флорида штаты командалары балалары һәм “Балтимор Старз” (Мэриленд штаты) менән үткәрҙе. “Юрматы”ның ике командаһы ла ике алтын миҙал яуланы.
—Уларҙы 3:2 иҫәбе менән еңгәс, шундай шау-шыу булды! — тип үҙҙәренең ҡыуанысы менән бүлеште хоккейсылар.
“Юрматы-2002” командаһы тренеры Илья Голованов әйтеүенсә, 20 мең урынлыҡ боҙ һарайы, матчтың үҙе, тамашасылар, музыка — барыһы ла беҙҙең хоккейҙан күпкә айырыла, улар ҙур шоуға әйләнә.
Үткән йылдағы кеүек, юрматылар Америка ғаиләләрендә йәшәй. “Улар шундай тыныс халыҡ”, — ти хоккейсылар. Шулай уҡ үҫмерҙәр Атлантик океанда һыу инеп өлгөргән, легендар хоккейсылар Александр Овечкин, Александр Семин менән дә осрашҡан.
Гөлнара ЙӘМИЛЕВА.


Вернуться назад