Күгәрсендәр уңышҡа нигеҙ һалған02.06.2017
Күгәрсендәр уңышҡа нигеҙ һалғанБашҡортостандың күпселек райондарында яҙғы сәсеү эштәре тамамланды тиерлек. Ялан батырҙарын данлаған, халыҡ тарафынан күптән көтөп алынған һабантуй быйыл да районыбыҙҙа тәүгеләрҙән булып үтте.
Күгәрсендәр байрамға күрше район хакимиәттәре башлыҡтарын, арҙаҡлы шәхестәрен, яҡташтарын саҡырҙы, халыҡ та байтаҡ йыйылды.
Һауа шарттары үҙ төҙәтмәләрен индерһә лә, ҡатнашыусыларға ҡамасаулай алманы. Быйыл шатлығыбыҙҙы уртаҡ­лашырға РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Хәләф Ишморатов менән Ринат Нагаев, БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов һәм башҡалар килгәйне.
“Һабантуй-2017” “Ҡыҙыл мәсет” төркөмө башҡарыуында “Башҡортостаным – илем!” йыры менән башланып китте.
Быйыл һабантуй флагын күтәреү хоҡуғы “Тәүәкән” йәмғиәте механизаторы Азат Абдрахманов менән “Октябрь” кооперати­вының алдынғы һауынсыһы Елена Хандошкаға бирелде.
Сараның рәсми өлөшөн район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев асты, яҙғы баҫыу эштәрендә тырышып эшләгән хужалыҡтарҙы билдәләне, уңыштарҙы барланы:
– Күгәрсен ере үҙенең уңған игенселәре, тырыш малсылары менән данлы. Быйылғы байрамға улар яҡшы кәйеф, тос уңыштар менән килде. Яҙғы сәсеү эштәре бар хужалыҡтарҙа ла ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юғары сифат менән башҡарылды – тимәк, яңы уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалынды.
Бөтәһе районда сәсеү эштәре 50 мең гектарҙа үтәлде, был үткән йыл менән сағыштырғанда дүрт мең гектарға күберәк. Ике тапҡырға шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз майҙандары артты, беҙҙең районға хас булмаған әсе һәм яҫы борсаҡ, етен кеүек культураларҙың сәсеү майҙандары ла күбәйтелде.
Быйыл федераль һәм республика бюджеттарынан райондың 29 хужалығына 18,5 миллион һум күләмендә финанс ярҙам бүленде, шуның 16,7 миллион һумы – үҫемлекселек тармағын үҫтереүгә, – тине Ғайса Ғилметдин улы һәм яҙғы сәсеү эштәре йомғаҡтары буйынса еңеүсе – “Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә “Өмөт” призын, алдынғыларға район хакимиәте дипломдарын, бүләктәр тапшырҙы.
Хужалыҡтар парадын “Тәүәкән” йәмғиәте асып ебәрҙе. Майҙан буйлап шулай уҡ башҡа ауыл хужалығы предприятиелары һәм райондың төрлө ойошмаларының хеҙмәт коллективтары, ауыл биләмәләренең әүҙемдәре лә үтте.
Техника парады өлөшөн халыҡ айырыуса көтөп ала. Бында элек етештерелгән һәм ҡулланылышта булған һәм әлеге ваҡытта баҫыуҙарҙа эшләгән ҡеүәтле Рәсәй һәм сит ил техникаһы мөмкин­лектәре күрһәтелә. Майҙанда һабан тартҡан атты “ДТ-54”, “Уралец 220”, “Джон Дир”, “МАН” кеүек тракторҙары һәм автомобилдәре һуңғы арала һатып алынған “Беларусь 3522”, “Диечи” телескопик тейәгесе һ.б. алыштырҙы.
Байрамда төп өлөштәрҙең береһен алып торған ат сабыштарын, юртаҡтар уҙышыуын күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Юртаҡтар уҙышында “Октябрь” кооперативы вәкиле Наталья Абсаликова Гал ҡушаматлы атта бер кемгә лә ал бирмәне. Икенсе-өсөнсө урындарҙа Тәүәкән йәм­ғиәте данын яҡлаусылар – Арастам Әлимханов менән Рәмзил Таймасов еңеү яуланы.
Бил бирмәҫ батырҙар быйыл да бихисап булды. Келәмдә йәше лә, олоһо ла төрлө ауырлыҡтарҙа көрәште. Тамашасылар ҙа үҙҙәренең ауылдарынан килгән көрәшселәре өсөн ярыш аҙағына тиклем янып-көйөп ултырҙы. Үҙ ауырлыҡтарында еңеү яулап, танылыу тапҡан баһадирҙар өсөн йолаға ярашлы һарыҡ тәкәләре әҙерләнде.
Быйыл ялан батырҙары исемен Үрге Сирбай ауылынан Кинйә Собханғолов (70 килограмға тиклем), Ҡалдарҙан Илмир Ибраһимов (80 килограмға тиклем) һәм Күгәрсен ауылынан Таһир Маннанов (80 килограмдан ашыу) (һүрәттә) алды.
Быйыл һабантуйҙа республикала һуңғы йылдарҙа популярлаша барған башҡорт халҡының боронғо милли бәйгеләренең береһе – йәйәнән уҡ атыу ойошторолдо. Бәйгенең тәүге тапҡыр үтеүенә ҡарамаҫтан, унда ҡатнашып, үҙ көсөн һынап ҡараусылар күп кенә булды. Тик еңеү еңел бирелмәне, ситтән ҡарап тороуға ярышыу еңел генә кеүек тойолһа ла, ул ҡатнашыусынан тилберлек, сослоҡ талап итте, һәм ундай бәхет ир-егеттәр араһында Александр Артемьев менән ҡатын-ҡыҙҙар араһында Татьяна Бурееваға ғына йылмайҙы.
Һәр йылдағыса мәҙәниәт эшсәндәре үҙҙәренең сағыу концерт номерҙары менән һабантуй сәхнәһен биҙәне.
Тамашасылар һөйөүен күптән яулаған Башҡортостан Республикаһының атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ғәлим Кинйәбулатов, Мәҙинә Рәхмәтуллина, Рим Әбүбәкиров, “Ҡыҙыл мәсет” төркөмө, республика конкурстары лауреаттары Нәғим Нуриманов, Елена Киршина, Евгения Усова, Эльвира Йыһаншина, Илүзә һәм Илгиз Ниғәмәтуллиндар был юлы ла йыр-моң һөйөүселәрҙең көслө алҡыштарына лайыҡ булды. Шулай уҡ район мәҙәниәт һарайының тынлы оркестры (етәксеһе – Рәфис Мәүлетҡолов), “Ынйылар” халыҡ фольклор (Миңзәлә Хөснөтдинова) ансамблдәре, “Бәйембәт” халыҡ этнотөркөмө (Линар Сәйфетдинов), Азамат Хөсәйенов һәм башҡа бик күптәрҙең сығыштары ла байрам йәмен арттырҙы.
Концерттың икенсе өлөшөндә сәхнә тулыһынса ауыл биләмәләре һәүәҫкәрҙәре ҡарамағына тапшырылды.
Һабантуй – ул шулай уҡ хужалыҡтар араһында барған үҙенсәлекле ярыш та. Көн дауамында хужалыҡ вәкилдәре һәм улар өсөн сығыш яһаусылар төрлө спорт ярыштарында, тирмәләр конкурсында ҡатнашты. Сара аҙағында үҙәк сәхнәлә еңеүселәрҙе бүләкләү ойошторолдо. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Фәйрүшина тирмәләрҙе биҙәгән ауыл биләмәләрен ҡотлаһа, район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев призлы урын яулаған хужалыҡтарҙы бүләкләне. Быйыл да иң күп мәрәй туплап “Тәүәкән” йәмғиәте беренселекте бирмәне. “Иртөбәк” йәмғиәте икенсе урын яуланы. “Күгәрсен” йәмғиәте өсөнсө урынға ирешһә, “Октябрь” кооперативы дүртенсе булды. Хужалыҡтарҙың барыһы ла өр-яңы “Лада Гранта” автомобилдәре менән бүләкләнде.

Рөстәм СӘЙЕТҒӘЛИЕВ,
Розалия ИСҠУЖИНА,
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА,
Азамат ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.



Вернуться назад